Дебрецен университеты
Дебрецен университеты (мадьярса Debreceni Egyetem) — Дебреценда иң ҙур уҡыу йорто һәм Венгрияның иң алдынғы университеттарының береһе.
Тарихы
Нигеҙләү йылы тип 1538 йыл иҫәпләнә, был ваҡытта Дебрецендә кальвинист колледжы асыла. Уҡыу йорто күп тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм реорганизациялана. Тәүге университет тибындағы уҡыу йортоа — Дебрецен король университеты — ҡаланың юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 1912 йылда ойошторола, һуңыраҡ бүленә.
2000 йылда ҡаланың өс университеттары (ауыл хужалығы, медицина һәм фәнни-тәбиғи) ҡушылыуы нигеҙендә Дебрецен университеты ойошторола. 2010 йылдарҙа университетта яҡынса 32 мең студент белем ала, шуларҙың 2 меңдән ашыуы — сит илдәрҙән, ә профессор-уҡытыусылар составы 1,7 мең хеҙмәткәрҙән тора.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Университеттың рәсми порталы 2017 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған.