Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы
Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 3 апрель 1952 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Мораҡ ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | ветеринария |
Наградалары һәм премиялары |
|} |
Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы (3 апрель 1952 йыл) — ғалим-ветеринар. Ветеринария фәндәре докторы (2000), профессор (2002), Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт белеме академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Фәндәр академияһында К. И. Скрябин исемендәге гельминтологтар йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостан дәүләт аграр университетында докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почёт грамоталары менән наградланған[1].
Биографияһы
Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы 1952 йылдың 3 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған.
1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Институтта эшкә ҡала. Паразитология, микробиология һәм патофизиология кафедраһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1987 йылда К. И. Скрябин исемендәге Бөтә Рәсәй хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең фундаменталь һәм ғәмәли паразитологияһы фәнни-тикшеренеү институтында «Башҡортостандың Көньяҡ Урал алды райондарында эре мөгөҙлө мал лиорзозы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1999 йылда Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһында «Нематодир һәм парамфис экологияһы, эре мөгөҙлө малдарҙа улар тыуҙырған патогинез һәм һаҡланыу саралары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1991—92 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында паразитологии һәм ветсанэкспертиза кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы.
2004—2009 йылдарҙа анатомия, гистология һәм ветеринария эшен ойоштороу кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығы малдарының гельминтологияһын, гельминттар экологияһын өйрәнеүгә; мониторинг системаһын, кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле булған биоэкологик комплекстарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү ысулдарын уйлап табыуға арналған. Уның тарафынан Көньяҡ Урал шарттарында нематодир һәм парамфистомдарҙың биологик һәм эпизоотологик үҙенсәлектәре тикшерелә.
Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы 130‑ға яҡын ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Рәсәй мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы почёт грамоталары менән бүләкләнгән.
Һылтанмалар
- Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- Известные учёные
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сайт БАГУ 2019 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.