Фазлыев Марат Мөҙәрис улы
Биографияһы
Марат Мөҙәрис улы Фазлыев 1967 йылдың 8 майында Өфө ҡалаһында тыуған.
1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын уңышлы тамамлай. Юғары һөнәри белем алғандан һуң 1993—1996 йылдарҙа аспирантурала «эске ағзалар ауырыуҙары» йүнәлеше буйынса уҡый.
1996 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми исемен алыу диссертацияһын яҡлай.
2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.
2002 йылдан өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында эшләй һәм бер үк ваҡытта «Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы медицина-санитар часы» һаулыҡ һаҡлау ҡаҙна учреждениеһы начальнигы булып эшләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге гематология, кардиология, ревматология мәсьәләләренә, геморрагик васкулиттың клиник‑патогенетик һәм диагностик үҙенсәлектәрен, гемостаздың патологияһын өйрәнеүгә һәм башҡаларға арналған. Фазлыев етәселегендә геморрагик васкулит формаларын дифференциаль диагностикалау ысулы эшләнгән.
130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Уның етәкселегендә ике фән кандидаты әҙерләнгән, 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт нәшер ителгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://xn--l1aks.02.xn--b1aew.xn--p1ai/Deyatelnost/Hospital ФКУЗ «МСЧ МВД России по Республике Башкортостан» 2016 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Сайт БГМУ 2020 йылдың 14 август көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Фазлыев Марат Мөҙәрис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2021)