Алевролит

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алевролит
Ҡыҙыл-көрән алевролит һәм ҡыҙыл ҡомташ

Алевролит (грек. aleuron — он һәм lithos — таш) — ултырма тау тоҡомо. Ҙурлығы 0,01 мметрҙан алып 0,1 мметрға тиклем булған ваҡ киҫәксектәрҙән тора. Эре (0,1-0,05 мм), уртаса (0,05-0,025 мм) һәм ваҡ (0,025-0,01 мм) бөртөклө була. Алевролиттар составында елләнеү процессына бирешмәүсән минералдар (кварц, микроклин) күпселек урын алып тора; карбонаттар, сульфаттар, цементланған оксидтар йыйылмаһы була. Улар, ғәҙәттә, ҡом һәм ҡомташтарға тиңдәш. Йыш кына нефть, газ һәм һыу резервуарҙарын формалаштырыусы тоҡом ролен үтәй. Өҫкө ҡатламға яҡын ултырмаларҙағы һәм грунттағы специфик төрҙәре ҡомһол балсыҡ (балсыҡлы киҫәксектәр миҡдары 10-30%), балсыҡлы ҡом (3-10%) һәм лёссларҙан (3%тан кәмрәк) ғибәрәт. Цемент, керамзит һәм төҙөлөш керамикаһы етештереүҙә балсыҡ менән бергә сеймал итеп ҡулланыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]