Маликов Рәйеф Сәлих улы

Маликов Рәйеф Сәлих улы (24 август 1952 йыл) — инженер, йәмәғәтсе. 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001), Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2007).

Биографияһы

Рәйеф Сәлих улы Маликов 1952 йылдың 24 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иҫке Дөмәй[1] ауылында тыуған. 1974 йылда хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. 1974—1977 йылдарҙа Төмән моторҙар эшләү заводында эшләй. 1977—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводында:[2] тәүҙә цех начальнигы урынбаҫары, 1982—1985 йылдарҙа —цех начальнигы, 1985 йылдан — партия комитеты секретары, 1990 йылдан — етештереү буйынса директор, 1998 йылдан — генераль директор вазифаларын биләй. Рәйеф Сәлих улы етәкселегендә завод «НефАЗ-5299» пассажир автобусы, төрлө тәғәйенләнештәге тағылмалар һәм ярым тағылмалар эшләп сығара, Рәсәйҙә был техниканың төп етештереүсеһе булып һанала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003);
  • Дуҫлыҡ ордены (2008);
  • Салауат Юлаев ордены (2007).
  • Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2007)[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр