Вилданов Салауат Ғәли улы

Вилданов Салауат Ғәли улы (24 октябрь 1954 йыл — 2 май 2023 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, 2006—2011 йылдарҙа «Уфаоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.

Биографияһы

Салауат Ғәли улы Вилданов 1954 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуа.

Хеҙмәт юлын Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлағандан һуң (1977), Мәскәү ҡалаһында "Оргнефтехимзавод"ының инженер-производство тресында башлай. Ойошманың эшләтеп ебәреү-көйләү бригадаһында инженер, баш инженер булып эшләй.

1992 йылдан эшен «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡоролма начальнигы, производство начальнигы вазифаларында дауам итә.

1998—2002 йылдарҙа «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә начальник урынбаҫары, производство начальнигы була.

2002—2006 йылдарҙа — Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры.

2006 йылдан «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.

2023 йылда вафат була[1].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 3-4-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Парламентта Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы (2009)[2].
  • «Хәүефһеҙ хеҙмәт һәм социаль яуаплылыҡ — 2013» беренсе конкурсы еңеүсеһе[3].

Һылтанмалар