Коршунова Зоя Павловна

Коршунова Зоя Павловна (24 октябрь 1932 йыл — 12 июль 2018 йыл) — СССР-ҙың йәшелсә үҫтереү алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Биографияһы

Зоя Павловна Коршунова 1932 йылдың 24 октябрендә Иваново Сәнәғәт өлкәһенең Гаврилов-Ям районы Яковлевское ауылында тыуа. 1953 йылда Ростов-Ярославль ауыл хужалығы техникумын «агроном» һөнәре буйынса тамамлай[1].

Башҡортостанға ебәрелә һәм ғүмер буйы Цюрупа исемендәге совхозда эшләй. Картуф орлоғо белгесе була, һуңынан кәбеҫтә, һуған, ҡыяр, помидор, ташҡабаҡ, редис үҫтерә. Утыҙ йыл тиерлек бригада етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында йәшелсә үҫтереүселәр рекордлы һөҙөмтәгә өлгәшә: бер гектарҙан 300 центнер картуф, 800 центнерҙан ашыу йәшелсә-емеш йыйып ала[1].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7-се, [[Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|10-сы]] һәм [[Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|11-се]] саҡырылыш депутаты, КПСС-тың 24-се съезы делегаты була. 1973 йылда уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә[1].

Ғаиләһе: ҡыҙы һәм улы, дүрт ейәне бар[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡортостандың Өфө районының почётлы гражданы, Герой йәшәгән Булгаков ауылының бер урамы уның исемен йөрөтә[1].

1966 йылда Зоя Павловна уңыштары өсөн беренсе Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

Миҙалдары: «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» (1970), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1971), «Хеҙмәт ветераны» (1987), ВДНХ-ның алтын миҙалы (1972, 1975, 1981).[1]

«Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы»[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Копылова И. Ярославна в дальнем краю // Газета «Северный край». — 18 января 2006.

Әҙәбиәт

  • Иванов В. Здравствуй, поле //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977;
  • Коршунова З. П. //Герои труда. Уфа, 2011.

Һылтанмалар