Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы | |
---|---|
СК РБ | |
Файл:SouzKyraisovRB.jpg | |
Административный центр | Өфө, Рәсәй |
Ойошма төрө | Ижади йәмәғәт ойошмаһы |
Официальные языки | урыҫ, башҡорт |
Етәкселәре | |
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе | Кирәев Салауат Илгиз улы (2024 йылдың июненән) |
Нигеҙләнгән | |
Дата основания | 1998 |
Сайт | soyuzkuraistovrb.ru |
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы (рус. Союз кураистов Республики Башкортостан; Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берекмәһе) — Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмаһы һәм ижади союзы.
Союздың маҡсаты — милли инструменталь ижадты һаҡлау, үҫтереү, ҡурайсыларға, башҡорт традицион музыка ҡоралдарында бөтә башҡарыусыларға, уларҙың уңышлы ижади һәм концерт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүсе бөтә шарттар тыуҙырыу.
Адресы: 450001, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1998 йылда Өфө ҡалаһында ҡурайсыларҙың I съезы инициативаһы буйынса булдырылған ҡурайсыларҙың йәмәғәт ойошмаһы — Башҡортостандың ҡурайсылар союзы[1].
2003 йыл Өфө ҡалаһының Киров районы суды ҡарары буйынса йәшәүҙән туҡтай. 2007 йылда II республика ҡурайсылар съезы делегаттары инициативаһы буйынса ойошма тергеҙелә.
2016 йылда III республика ҡурайсылар съезы делегаттары, тауыш биреп, ойошманың рәйесе итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Артур Ғайсаровты һайлайҙар. Съезд делегаттарының инициативаһы буйынса союз «Рәсәй Федерацияһының Ҡурайсылар союзы» тип үҙгәртелә.
Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзында 150 ағза бар. Союз башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын тергеҙеү һәм үҫтереү, Ҡурайҙа, шулай уҡ башҡа башҡорт традицион музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын үҫтереү, башҡорт халҡының музыка мәҙәниәте ҡаҙаныштарын тәшкил итеүсе сәнғәт ҡиммәттәрен һаҡлау һәм арттырыу, мәрхүм булған ҡурай оҫталарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Ҡурайсылар союзы йәш ҡурайсыларға һәм башҡорт традицион музыка ҡоралдарында уйнаусыларға, инструменттар эшләүселәргә һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙа ярҙам итә, уҡыу йорттарына традицион музыкаль башҡарыу һәм фольклор кадрҙары әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә, конференциялар, конкурстар, семинарҙар һәм фестивалдәр ойоштора .
Союз 1912 йылдан алып үҙенең тарихы булған ҡурайсылар йыйыны (съезы)[2] ойоштора.
Союз Башкортостан Республикаһының төрлө ҡалаларында ҡурайсылар фестивалдәре һәм конкурстары үткәрә:
- Октябрьский ҡалаһында — Республика ҡурай байрамы (2001 йылдан);
- Йылайыр районының Йылайыр ауылында — Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурс[3] (2003 йылдан);
- Өфө ҡалаһында— Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс[4][5] (2008 йылдан);
- Вәкил Шөғөйөпов исемендәге конкурс;
- Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Н. Т. Хасанов исемендәге конкурс;
- Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында — Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурс[6][7];
- Күмертау ҡалаһында — «Йәш ҡурайсы» ҡала конкурсы һ.б.
Ҡурайсылар союзы «Традицион музыка сәнғәте һәм перспективалары» республика фәнни-практик конференцияһын ойошторҙо[8]. Ишембай районында юрматы ырыуының изге шиханы Торатауҙы яҡлап концерт булды, уны ойоштороусы булып Республиканың Ҡурайсылар союзы сығыш яһаны[9].
Союз рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йомағужин В. Я. (1998—2000)
- Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (2007—2010)
- Солтангәрәев Ильшат Рәшит улы (2010—2016)
- Ғайсаров Артур Борхан улы (2016 йылдан)
- Кирәев Салауат Илгиз улы (2024 йылдан)[10]
Тривия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Байрам сараһында «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» конкурсы еңеүсеһе тип ҡурайҙы иғлан иткәс, милли музыка ҡоралын яҡлап Конгресс-хол сәхнәһенә төрлө йәштәге бик күп ҡурайсылар сыға[11]. Акция символын Башҡортостан Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡоловҡа тапшырғанда, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Камила Дәүләтова, Башҡортостан халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булған ҡурай бөгөн республикабыҙ өсөн үҙенең әһәмиәтен тағы бер тапҡыр раҫланы тип билдәләне.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Юлбарисов Булат. Воссоздан Союз кураистов Башкортостана . ИА Башинформ (14 апрель 2007). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
- ↑ В Куюргазинском районе состоялся II Йыйын кураистов
- ↑ Конкурс имени Ишмуллы Дильмухаметова 2013 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ ПОЛОЖЕНИЕ о III Открытом городском конкурсе кураистов имени Адигама Искужина
- ↑ Уфимские кураисты посоревнуются в мастерстве | новости башинформ.
- ↑ В Башкортостане начался конкурс кураистов на приз имени Юмабая Исянбаева | новости башинформ.
- ↑ Обладателем Гран-при конкурса кураистов на приз имени Юмабая Исянбаева стал Нургали Каекбердин из Сибая | новости башинформ.
- ↑ В Уфе проходят мероприятия, посвященные 100-летию со дня рождения Гаты Сулейманова | новости башинформ.
- ↑ В Ишимбайском районе прошёл концерт в защиту горы Торатау(недоступная ссылка)
- ↑ В Башкортостане был избран председатель Союза кураистов. ИА «Башинформ», 18 июня 2024 года (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2024)
- ↑ Стали известны «Семь чудес Башкортостана» | новости башинформ.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҠУРАЙСЫЛАР СОЮЗЫ (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2024)
- Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзының рәсми сайты 2017 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- http://www.ceninauku.ru/page_23609.htm 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.