Кирәев Салауат Илгиз улы

Салауат Илгиз улы Кирәев (рус. Салават Ильгизович Киреев; 1977 йылдың 30 ғинуары, Биксән ауылы, Башҡорт АССР-ы) — мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, педагог, ҡурайсы, йәмәғәтсе. 1922 йылдан Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры[1]. 2024 йылдың 16 июненен Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Биографияһы

1977 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Биксән ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын һәм хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында «Мәҙәниәт учреждениеһы менән идара итеү» йүнәлеше буйынса өҫтәлмә һөнәри әҙерлек үткән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһының «Рәсәй халыҡтарының милли музыка ҡоралдары» бүлегенең ҡурай класы буйынса уҡытыусыһы булып башлай. 2013 йылдан уҡыу йорто ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары була.

2001—2019 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ҡоралдары милли оркестрында артист булып эшләй[3].

2019 йылдан Өфө ҡалаһындағы Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры[3].

2022 йылдың декабренән Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Эксперт советы рәйесе урынбаҫары[4][5][3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Ғаиләһе

Ҡатыны — Гөлнара Кирәева, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, партия ҡоролошо бүлеге начальнигы[7]. Бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

  1. Административно- управленческий отдел. Киреев Салават Илгизович. Директор. Государственное бюджетное учреждение культуры Республики Башкортостан «Республиканский центр народного творчества» / ГБУК РБ РЦНТ. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  2. Киреев Салават Илгизович. Председатель Союза Кураистов Республики Башкортостан. Союз кураистов Республики Башкортостан. Региональная общественная организация и творческий союз Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 Надежда Тюнёва. Салават Киреев стал новым руководителем Республиканского центра народного творчества. Газета «Республика Башкортостан». Официальный сайт (10 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  4. Единый Реестр объектов нематериального этнокультурного достояния народов Республики Башкортостан. Главная > Эксперты > Киреев Салават Илгизович. Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  5. В Республиканском центре народного творчества назначен новый руководитель. Государственное бюджетное учреждение культуры Республики Башкортостан «Республиканский центр народного творчества» / ГБУК РБ РЦНТ. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  6. Лейла Аралбаева. В Башкортостане был избран председатель Союза кураистов. ИА «Башинформ» (18 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  7. Союз женщин Башкортостана провел Форум «Сельский женсовет: дела, заботы, перспектива». wuor.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.