Бачинский Кшиштоф Камиль
Бачинский Кшиштоф Камиль | |
---|---|
пол. Krzysztof Kamil Baczyński[1] | |
![]() | |
Ҡушаматтары | Jan Bugaj, Emil, Jan Krzyski, Piotr Smugosz и Krzysztof Zieliński |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1921[2][3][…] |
Тыуған урыны | |
Вафат булыу көнө | 4 август 1944[2][3][…] (23 йәш) |
Вафат булыу урыны | |
Гражданлығы (подданныйлығы) | |
Эшмәкәрлек төрө | шағир, яҙыусы, прозаик, рәссәм, иллюстратор |
Ижад итеү йылдары | 1940 — наст. время |
Әҫәре теле | поляк теле[1] |
Наградалары | |
Автограф |
![]() |
![]() |
Кшиштоф Камиль Бачинский (пол. Krzysztof Kamil Baczyński; псевдонимдары Ян Бугай (Jan Bugaj), Пётр Смугош (Piotr Smugosz), Кшиштоф Зелинский (Krzysztof Zieliński), Кшысь (Krzyś), Эмиль (Emil) һәм башҡалар; 22 ғинуар 1921 йыл — 4 август 1944 йыл) — поляк шағиры.
Биографияһы
Кшиштоф Камиль Бачинский 1921 йылдың 22 ғинуарында Варшавала тыуған. Атаһы Станислав Бачинский — яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе, әсәһе уҡытыусы, бер нисә мәктәп дәреслеге авторы булған. Гимназияла уҡыған сағында «Спартакус» бойондороҡһоҙ социалистик йәштәр берлегенә ингән. Нәфис сәнғәттәр академияһында уҡый, график, китап рәссамы булырға хыяллана. Илде немецтар баҫып алғас, поляк телен һәм әҙәбиәтен йәшерен Варшава универстиетында өйрәнә, Армия Крайованың подхорунжийы була.
1942 йылда Бачинский йәшерен нәшриәттә Ян Бугай исеме менән «Һайланма шиғырҙар» китабын сығара. 96 дана итеп ротаторҙа баҫылған китап тиҙ таралып бөтә, авторҙа берҙән-бер дана тороп ҡала.
1942 йылдың июнендә Бачинский бергә йәшерен университетта полонистиканы өйрәнгән Барбараға өйләнә.
Бачинский 1944 йылда Варшава ихтилалы барышында һәләк була. Бер нисә аҙнана һуң уның ҡатыны ла үлтерелә.
Кшиштоф Камиль Бачинский Варшавала Воинское Повонзки зыяратында ерләнгән.
Ижады
Йәшерен рәүештә бәләкәй генә әҙ тиражлы бер нисә китап сығара. 500-ләгән шиғырҙан, бер нисә поэманан һәи ике тиҫтә хикәйәнән торған әҙәби мираҫы һуғыштан һуң донъя күрә. Әҙәбиәт тарихында үҙ быуынының (Колумбтар быуыны) иң күренекле шағиры, поляк әҙәбиәтенең легендар шәхесе булып ҡала.
Уның исемендәге әҙәби премия булдырыла. Шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Эва Демарчик һәм башҡа танылған бардтар башҡара.
рус телендә Бачинскийҙы Анатолий Гелескул, Борис Дубин, Георгий Ефремов, Мария Петровых, Александр Ревич, Борис Слуцкий, Зыгмунт Левицкий, Наталья Горбаневская, Дмитрий Кузьмин тәржемә итә.
Китаптары
- Шиғырҙар. Мәскәү: Художественная литература, 1978.
Әҙәбиәт
- «Żołnierz, poeta czasu kurz»: Wspomnienia o K. K. Baczyńskim. Kraków: Wydawnictwo Literackie, 1974.
Һылтанмалар
- Биография, стихи on line (пол.)
- стихи on line(недоступная ссылка) (пол.)
- Стихи on line 2006 йылдың 23 август көнөндә архивланған. (пол.)
- Стихи (рус.)
- Стихи на сайте Журнального зала
- ↑ 1 2 https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Baczynski-Krzysztof-Kamil;3873165.html
- ↑ 1 2 3 4 http://culture.pl/en/artist/krzysztof-kamil-baczynski
- ↑ 1 2 Krzysztof Kamil Baczyński // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 22 ғинуарҙа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Варшавала тыуғандар
- 4 августа вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Польша Яңырыуы орденының Командор тәреһе кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Варшава өсөн 1939-1945» миҙалы менән бүләкләнеүселәр (Польша)
- Поляк шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар