Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы рус. Садыков Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич) (4 август 1914 йыл — 19 октябрь 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Биографияһы

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 1914 йылдың 4 авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1924 йылдың 4 авгусында[1]) хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Янбарис ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрь айында Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хәрби аҙыҡ-түлек взводының ат тотоусыһы булып хеҙмәт итә[2].

Сержант Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы Берлинғаса хәрби юл үтә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» (1945)[2], ике тапҡыр «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943, 1944)[2] миҙалдары менән бүләкләнгән.

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 2003 йылда тыуған ауылында вафат була.

Һылтанмалар