Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы
Биографияһы
Иршат Әнүәр улы Теләүембәтов 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған[1]. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында аспирантураны уңышлы тамамлай («Сәйәси процестар һәм технологиялар, этносәйәси низағтарҙы өйрәнеү» буйынса махсуслаша)
Хеҙмәт юлын 1985 йылда «Ленинец»—«Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә тәржемәсе булараҡ башлай.
1986 йылда Бөрйән леспромхозының комсомол комитеты секретары итеп һайлана, ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы бюроһы ағзаһы була.
1990 йылдан 1995 йылға тиклем тыуған ауылында тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыта.
1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың июленә ҡәҙәр ете йыл «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. Хәбәрсенән алып бүлек мөхәррире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем вазифа баҫҡыстарын үтә. Республикала, илдә һәм тотош донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға арнап аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай, үҙен үткер һүҙле талантлы журналист итеп таныта.
Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа өс мәртәбә (1995, 1997, 1998 йылдарҙа) ижади сәфәрҙә булып ҡайта. Бер нисә мәртәбә Һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға алып барып таратыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, шул турала гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһай.
Юлъяҙмалары, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда «Башҡортостан» гәзитенең йыл лауреаты була.
2002 йылдың июлендә «Шоңҡар» журналына баш мөхәррире итеп күсерелә. Артабан Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып эшләп ала. Бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
2011 йылдың авгусында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].
Оҙайлы ауырыуҙан һуң үҙ районында 2025 йылдың 15 мартында вафат булды[[3], тыуған ауылында ерләнде.
Ҡәләмдәштәре уның тураһында
- Хәким Ә. Тос фекер һәм үткер ҡәләм// Башҡортостан. – 2012. – 23 март. -7-се бит.
- Ураҙғолов, Р. Дуҫ юлда һынала // Башҡортостан. – 2012. – 23 март. -7-се бит.
- Волшебная сила слова // Выше гор – только люди/ Авт. Текста и сост. М.А. Кутлугаллямов. – Уфа,2005. – С. 229-230.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- “Башҡортостан” гәзитенең йыл лауреаты(1996)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығының Маҡтау грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаты
- “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн-2002” миҙалы.
Китаптары
- Бығау сыңы: Хикәйәләр, юлъяҙмалар. - Өфө: Китап, 2001. – 256 бит.
- Күстәнәс: Хикәйә/// Йәш көстәр. - Өфө, 1989. – 172-187 биттәр.
- Урман әбейе: Хикәйәләр - Өфө: Баш. кит. нәшр., 1988. – 36 бит.
- Тау эйәһе: Хикәйәләр - Өфө, 1992.
Гәзит—журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://burzyancbs.ru/node/66 2016 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://bash.bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2397-bitebe-shoary.html
- ↑ https://bash.bashinform.ru/news/culture/2025-03-15/ay-yly-h-b-r-zhurnalist-irshat-tel-emb-tov-vafat-bul-an-4158505 Инсаф Хужабирганов. Ҡайғылы хәбәр: журналист Иршат Теләүембәтов вафат булған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 15 март 2025 йыл] (Тикшерелеү көнө: 16 март 2025)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2016) (рус.)
- Писатели земли башкирской: Справочник/ Сост. Р. Н. Баимов, Г.Н. Гареева, Р.Х. Тимергалина. – Уфа, 2006. – С.124.