Әлибаев Айҙар Әсүәт улы
Әлибаев Айҙар Әсүәт улы (26 июнь 1961 йыл — 9 март 2023 йыл) — табип, һалым полицияһы полковнигы. «Йоматау» шифаханаһының баш табибы (2010—2023). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2021).
Биографияһы
Айҙар Әсүәт улы Әлибаев 1961 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Дипломлы белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Республика балалар клиник дауаханаһында табиб-отоларинголог булып башлай. 1985—1987 йылдарҙа Иглин район дауаханаһы табибы.
1987 йылдан Өфө осоусылар юғары хәрби авиация училищеһының парашют-десант төркөмө табибы. 400-ҙән ашыу тапҡыр паршют менән һикерә.
1990 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһы территорияһына халыҡ-ара йыһан экипаждарын осороу һәм ултыртыу ваҡытында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының ҡотҡарыусылар командаһында эшләй. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында эшләй.
2003 йылдан Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнеше буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында отделение мөдире.
2010 йылдан "Йоматау" шифаханаһының баш табибы була.
2023 йылдың 9 мартында вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Бер туған Айҙар менән Әнүәр Әлибаевтар тыуған ауылдарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған монумент эргәһенә БТР-70 алып ҡайтып ултырталар.
- Тыуған ауылдарындағы зыяратты төҙөкләндерәләр.
- Ауылға мәсет төҙөйҙәр[1].
- 2014 йылда ағалы-ҡустылы Әлибаевтар Булат Шәрәфетдинов менән бергә атайҙары — Киров исеменәдге колхоз рәйесе Әсүәт Әлибаев менән ауыл мәктәтбе директоры Камил Шәрәфетдинов хөрмәтенә саңғы фестивале үткәрә һәм был традиция әлегәсә йыл һайын дауам итә[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2021)[4]
- Парашют-десант әҙерлеге инструкторы (1989)
Хәтер
- 2023 йылда Тирмән ауылы мәсетенә Айҙар исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 В Башкирии ушел из жизни главный врач санатория «Юматово» и благотворитель Айдар Алибаев
- ↑ Благотворители братья Алибаевы из Салаватского района помогают родной деревне Терменево
- ↑ Малой родине, большой спортивный праздник
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 7 октября 2021 г. N УГ-573 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 35. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.