Әлибаев Сәлихйән Ғәзиз улы
Биографияһы
Әлибаев Сәлихйән Ғәзиз улы 1905 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында (артабанғы мәғлүмәттәр буйынса Күгәрсен районында) тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда, артабанғы мәғлүмәттәр буйынса 1942 йылдың 11 ғинуарында саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[2]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Икенсе Тербуны районында һуғыш яланында ятып ҡала, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелгән[1][2].
Ғаиләһе
Ҡатыны Әлибаева Раҡия.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Память народа. Алибаев Салихьян Газизович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АЛИБАЕВ Салихъян Газизович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Мемориал
- Тербунский рубеж