Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы
Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Уҡыу йорто | |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 23 ноябрь 1903 |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1975 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Тыуған урыны |
Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (23 ноябрь 1903 йыл — 2 ғинуар 1975 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Сәғит[1](ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Сәғид[2]) Рәхмәт улы Әлибаев 1903 йылдың 23 ноябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Яманһары ауылында тыуа (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы).
1926 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.
1926—1928 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантонында Баймаҡ һәм Мөхәмәтйәр мәктәптәре директоры була.
1929—1932 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.
1932 йылда Н. К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә академияһын тамамлай.
1932—1936 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры була. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә — уҡытыусы.
1936—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы мәктәптәр бүлеге инструкторы.
1937—1938 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары.
1941—1945 йылдарҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, полк командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары.
1946—1954 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәғариф министры.
1954—1959 йылдар — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты директоры.
1959—1966 йылдарҙа — РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы директоры.
СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1974 йылдың 2 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[3].
Ғаиләһе
Хәтер
Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында Сәғит Әлибаев урамы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960);
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (икеһе лә 1943);
- 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) һәм башҡалар.
Библиография
- Школы Башкирской АССР (Прошлое, настоящее и пути дальнейшего развития). Уфа, 1966.
Әҙәбиәт
- Алибаев Тагир. История комиссара 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған. // Журнал «Бельские просторы».
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алибаев, Т. История комиссара . Бельские просторы. Дата обращения: 7 март 2016. 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ Матисов А. К., Филимонов М. А. Общество «Знание» Республики Башкортостан в лицах. — Уфа, 2010. 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында Сәғит Әлибаев ҡәбере
Һылтанмалар
- Матисов А. К., Филимонов М. А. Общество «Знание» Республики Башкортостан в лицах. — Уфа, 2010. 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
- КПСС ағзалары
- Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаусылар
- 23 ноябрҙә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- 2 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 1-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Көйөргәҙе районында тыуғандар