Әлибаев Шайкамал Әлибай улы

Әлибаев Шайкамал Әлибай улы (1906 йыл — 1981 йыл) — капитан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942)[1]. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)[1].

Биографияһы

Әлибаев Шайкамал Әлибай улы 1906 йылда хәҙерге Салауат районының Тирмән ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 8-се кавалерия корпусының легендар 112-се кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының 1-се ҡылыссылар эскадроны командиры булып хеҙмәт итә. 1928—1945 йылдарҙа сәйәси хеҙмәткәр була. ? йылда яуыз уйлы кешеләр ҡулынан Өфө ҡалаһында һәләк була.

Батырлығы

1942 йылдың 3-11 июлендә Борки ауылы (әлеге Липецк өлкәһе Тербуны районы) эргәһендә дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡаға, эскадронын контрһөжүмгә күтәреп, 100-ҙән ашыу дошман һалдатын юҡ итә.

Габановка районындағы алышта ла эскадронын бер нисә тапҡыр алышҡа алып инә, 100-ҙән ашыу фашисты юҡ итә, ҡулға 8 ат һәм ҡорал төшөрә, яралана. Уны наградаға тәҡдим иткәндә: «Артынан кешеләрҙе эйәртә белә, дошманға һөжүм итеп уға ҙур зыян килтерә, шул уҡ ваҡытта үҙ подразделениеһының личный составын һаҡлап алып ҡала», — тигән ҡылыҡһырлама бирелә. Ошо арауыҡтағы тәүәккәллеге өсөн 31 июлдә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[1].

Наградалары

Иҫкәрмәләр