Ишмуллин Ринат Исҡужа улы

Ринат Исҡужа улы Ишмуллин (рус. Ишмуллин Ринат Искужевич; 1964 йылдың 17 июне, Фәйзулла, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй педагогы, мәғариф һәм комсомол органдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре хеҙмәткәре. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012).

Биографияһы

Ринат Исҡужа улы Ишмуллин 1964 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Фәйзулла ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[1][2].

1983 йылда Сибай педагогия училищеһен, 1993 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын, 2006 йылда, «театр ғилеме» һөнәре буйынса «сәхнә сәнғәте менеджеры» һәм «продюсер» квалификациялары алып, Мәскәүҙә Рәсәй театр мәҙәниәт академияһын — ГИТИС-ты[3] тамамлай.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай педагогия училищеһында урта махсус белем алған йәш белгес 1983 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районы Илтуған ауылы мәктәбендә хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы булып башлай[1].

1984—1986 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа сығарылғандан һуң, тыуған яғына ҡайта һәм 1986 йылдың ғинуарында Баймаҡ районы «Урал» колхозының ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана[1].

1986 йылдың октябрь айынан — ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты инструкторы, 1991 йылда — ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары итеп һайлана[1].

1991 йылдың сентябренән — Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1992 йылдан — Баймаҡ район советы башҡарма комитетының йәштәр бүлеге мөдире[1].

1994 йылдан — Баймаҡ район мәҙәниәт йорто, 1994 йылдың май айынан — Сибай дәүләт филармонияһы директоры[4].

2005 йылдан — Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры[5].

2013 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012),
  • Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Почёт грамотаһы (2002),
  • Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почёт грамотаһы (2003, 2008).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)
  2. Мутал РЯМОВ. Человек слова и дела. Газета «Сибайский рабочий», 15 июля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)
  3. Российский институт театрального искусства - ГИТИС, Официальный сайт. Наши выпускники. Выпуск 2006 года. Заочное отделение. 5. Ишмуллин Ринат Искужевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)
  4. Сибайское концертно-театральное объединение. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)
  5. Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Театры / ГУКИ Национальный молодежный театр Республики Башкортостан им. М. Карима. Директор: Ишмуллин Ринат Искужевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)
  6. Директором стерлитамакского БашДрамТеатра стал Ринат Ишмуллин. Сетевое издание Стерлеград.ру. 13 апреля 2013 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2024)

Һылтанмалар