Бөтә донъя сүллеккә әйләнеү һәм ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә донъя сүллеклкә әйләнеү һәм ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш көнө
Арал диңгеҙе
Арал диңгеҙе
Төрө Экологик
Мәғәнәһе кешелектең иғтибарын сүллеккә әйләнеү һәм ҡоролоҡ проблемаларына йүнәлтеү
Ҡабул ителгән 30 ғинуар 1995 йыл
Дата 17 июнь
Бәйле «Сүллеккә әйләнеүгә ҡаршы көрәш буйынса конвенция» ҡабул итеүҙең йыллығы

Бөтә донъя Сүллеккә әйләнеү һәм ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш көнө — ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. World Day to Combat Desertification and Drought, ғәр. اليوم العالمي لمكافحة التصحر والجفاف,исп. Día Mundial de Lucha contra la Desertificación y la Sequía, ҡыт. 防治荒漠化和干旱世界日, франц. Journée mondiale de la lutte contre la désertification et la sécheresse) — 1995 йылдан алып 17 июндә билдәләнә. БМО Генераль Ассамблеяһының 49-сы сессияһында ҡабул ителгән (1995 йылдың 30 ғинуарындағы Nono a/RES/49/115 Резолюцияһы). Был көн сүллекләнеүгә ҡаршы көрәш Буйынса Конвенция ҡабул итеүҙең йыллығы көнөндә раҫлана.

БМО-ның генераль секретары 2006 йылда был Бөтә донъя көнөнә арналған мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә,

Сүллеккә әйләнеү ҡоро, ярым ҡоро һәм ҡоро ярым дымлы райондарҙа ерҙәрҙең биологик продуктлылығын юғалтыу был кешелек осраған иң етди хәүефтәрҙең береһе. Был 100-ҙән ашыу илдә донъя халҡының биштән бер өлөшөнә ҡағылған глобаль проблема.

— Кофи Аннан

[1].

БМО мәғлүмәттәре буйынса, планетаның ҡоро еренең дүрттән бер өлөшөнә сүллеккә әйләнеү ҡурҡынысы янай. Был 100-ҙән ашыу илдә 1 миллиардҡа яҡын кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Сүллеккә әйләнеү — экологик миграция сәбәбе, ҡоро райондарҙа йәшәүселәр уңдырышлыраҡ райондарға күсергә ынтыла. 2010 йылда экологик мигранттар һаны 24 миллион кеше тәшкил итһә; эксперттар баһалауынса, 2050 йылға уларҙың һаны 200 миллионға етеүе ихтимал, был планета халҡының 75 процентын тәшкил итәсәк[2].

2007 йылғы бөтә донъя көнө темаһына бәйле «Сүллектәрҙең матурлығы — сүллеккә әйләнеү проблемаһы» мөрәжәғәтнамәлә сүллектәрҙе мөһим экосистемалар, боронғо цивилизацияларҙың йәшәү мөхите булараҡ һаҡлау кәрәклеге билдәләнә.

2006 йыл БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан Халыҡ-ара сүллек һәм сүллекләнекә әйләнеү йылы тип иғлан ителә (2003 йылдың 23 декабрендәге 58/211 резолюцияһы).[3].


2010 йылдың ғинуарынан 2020 йылдың декабренә тиклемге осор Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан БМО-ның сүллеккә әйләнеүгә һәм сүллеккә ҡаршы көрәшкә арналған ун йыллығы тип иғлан ителә. Уның маҡсаты — ҡоро ерҙәрҙе һаҡлау буйынса саралар үткәреүгә булышлыҡ итеү (2007 йылғы 62/195 резолюция).

"Халыҡ-ара сүллек һәм сүллекләнеү йылы». Ҡаҙағстандың почта маркаһы. 2006 й.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сүллеккә әйләнеү 1 миллиардтан ашыу кешенең һаулығына һәм йәшәү сығанаҡтарына хәүеф тыуҙыра.

2005 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын сүллеккә әйләнеү һәм ҡоролоҡ арҡаһында 40 миллиард АҠШ долларынан ашыу суммаға ауыл хужалығы продукцияһы юғала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Послание бывшего Генерального секретаря Кофи Аннана по поводу Всемирного дня борьбы с опустыниванием и засухой. ООН (17 июнь 2006). Дата обращения: 6 март 2024.
  2. Всемирный день борьбы с опустыниванием и засухой. Справка. РИА Новости (17 июнь 2010). Дата обращения: 6 март 2024.
  3. Всемирный день борьбы с опустыниванием и засухой. ТАСС (16 июнь 2023). Дата обращения: 6 март 2024.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]