Карепанов Евгений Яковлевич

Карепанов Евгений Яковлевич (1941 йылдың 17 июне, Белорет, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 24 июне, Белорет, Башҡортостан Республикаhы) — сауҙа өлкәһе, комсомол һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1996 йылдан Белорет районы хакимиәте, 2000—2003 йылдарҙа берләштерелгән Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәтәре. «Почёт Билдәһе» (1981), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2000) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2016) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (2004)[1].

Биографияһы

Евгений Яковлевич Карепанов 1941 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының [2]Белорет ҡалаһында тыуған[3]. Ғаилә Белорет районының Шушпа ауылында йәшәгән[1].

1959 йылда Белорет медицина училищеһын[4] тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Белорет район һаулыҡ һаҡлау бүлегенең фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып башлай[3].

1962 йылдан — ВЛКСМ-дың Белорет район комитеты инструкторы[1].

1965 йылдан — Белорет кино селтәре директоры, район ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе, Белорет район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 6-сы юл төҙөү идаралығы начальнигы, Өфө ҡала ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе[3].

1996 йылдан — Белорет район советы рәйесе һәм Белорет районы хакимиәте башлығы[1].

2000 йылда Белорет районы һәм ҡала советтары берләштерелгәндән һуң — ҡала советы рәйесе һәм Белорет ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы. Был вазифала 2003 йылғаса эшләй[3].

Хеҙмәт ветераны 2025 йылдың 24 июнендә Белорет ҡалаһында вафат була[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1];
• 2003 йылдан Белорет ҡала советы, 2012—2016 йылдарҙа Белорет район советы рәйесе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Почёт Билдәһе» ордены (1981)[3];
• Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2000)[3]
• «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2016)[1];
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәтәре[1];
• Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[1];
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы[1];
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[1];
• Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (2004)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Лейла Аралбаева. В Башкирии скончался экс-глава Белорецкого района Евгений Карепанов. Башинформ (25 июнь 2025).
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  3. 1 2 3 4 5 6 Белорецкая энциклопедия. — Белорецк, 2007. — 260 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)
  4. Хәҙер Белорет медицина колледжы.

Һылтанмалар

• Белорецкая энциклопедия. — Белорецк, 2007. — 260 с.  (рус.);  (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)
Лейла Аралбаева. В Башкирии скончался экс-глава Белорецкого района Евгений Карепанов. ИА «Башинформ», 25 июня 2025 года  (рус.)(Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)
Александр Урцев. Евгений Карепанов: «Горжусь, что я белоречанин». ИА «Башинформ», 15 июня 2006 года  (рус.).  (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)