Журавлёв Геннадий Александрович
Журавлев Геннадий Александрович (17 ноябрь 1914 йыл — 27 декабрь 1979 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, комсомол, партия һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 1955 йылдан КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары, 1961—1974 йылдарҙа Ҡурған автобус заводы директоры. РСФСР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
Геннадий Александрович Журавлев 1914 йылдың 17 ноябрендәӨфө губернаһы Бөрө өйәҙе Илеш улусының Кенәзйылға (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Аҡкүҙ ауыл советына инә) ауылында тыуа.
1932 йылдан Силәбе өлкәһенең Баҡал станцияһы икмәк заводында слесарь, һуңынан рудникта слесарь-электрик булып эшләй.
Ҡурған техника мәктәбен тамамлағандан һуң Көньяҡ Урал тимер юлының Ҡурған станцияһында депо машинисы ярҙамсыһы, машинист булып эшләй.
1938 йылда Ҡурған район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. 1938—1955 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә комсомол, партия эшен алып бара: Байкал аръяғы фронтында ВЛКСМ-дың полк бюроһының яуаплы секретары, рота политругы, партбюроның яуаплы сәркәтибе, бригаданың сәйәси бүлек начальнигының комсомол буйынса ярҙамсыһы, бригадала һәм тимер юл ғәскәрҙәрендә ойоштороу-партия эше буйынса инструктор була. Совет-япон һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант.
1940 йылда ВКП(б)-ға инә.
1953 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.
1954 йылдың майында КПСС-тың Ҡурған өлкә комитеты бюроһы ағзаһы һәм секретары итеп һайлана.
1955 йылдың апрелендә — КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары.
1961—1975 йылдарҙа — Ҡурған автобус заводы директоры. 1973 йылда завод «Автосервис-73» халыҡ-ара күргәҙмәнең Маҡтаулы дипломдары менән бүләкләнә.
1975 йылдың 12 февралендә хаҡлы ялға сыға. 1979 йылдың 27 декабрендә Ҡурған ҡалаһында вафат була, Яңы Рябковск зыяратында ерләнә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- КПСС-тың XXII съезы делегаты.
- РСФСР Юғары Советының V саҡырылыш депутаты.
- Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ҡурған өлкә советы депутаты.
Маҡтпаулы исемдәоре һәм башҡа бүләктәре
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1964, 1968)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1945)[2]
- «Почетлы тимер юлсы» билдәһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Журавлев Геннадий Александрович
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында