Золоев Татарҡан Магомет улы

Золоев Татарҡан Магомет улы (17 ноябрь 1905 йыл — 15 июль 1985 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-геологы.

Биографияһы

Татарҡан Магомет улы Золоев 1905 йылдың 17 ноябрендә Терек өлкәһе Волын-Магометан ауылында тыуған.

1934 йылда Рәсәй дәүләт нефть һәм газ институтын тамамлай.

Эш урыны: 1929—1934 йылдарҙа — Эхаби промыслаһында өлкән геолог; 1934—1942 йылдарҙа — «Сахалиннефть» тресында баш геолог; 1942—1963 йылдарҙа — «Туймазынефть» тресының баш геологы; 1963—1965 йылдарҙа — Урта Волга совнархозы идаралығының баш геологы; 1965 йыл — ИГиРГИ лабораторияһы мөдире.

Золоев Татарҡан Магомет улы Башҡорт АССР-ында девон нефтен асыуҙа ҡатнаша, контурҙан тыш һыу индереү юлы менән Туймазы ятҡылығында нефть сығарыуҙы арттырыуын үҙләштерә.

1985 йылдың 15 июлендә Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — СССР-ҙың көнсығыш райондарында девон нефте ятҡылыҡтарын асыу өсөн
  • Ленин ордены (1948)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954)
  • миҙалдар
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе

Һылтанмалар

Энциклопедия Урала 2016 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған. [1] 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.