Петров Михаил Петрович

Михаил Петрович Петров (1904 йылдың 17 ноябре, Иҫке Шәрәшле, Өфө губернаһы — 1967 йылдың 5 авгусы, Винница, Украина ССР-ы, СССР) — хәрби хеҙмәткәр, полковник (1944). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар дивизияһының уҡсылар полкы командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Петров Михаил Петрович 1904 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Иҫке Шәрәшле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Ата-әсәһе — керәшендәр, 1917 йылға тиклем улар Баҡалы ауылы помещигы (рус.)баш. В. Масловҡа ялланып эшләй. 1917 йылдан үҙ хужалыҡтарында хеҙмәт һала.

Үҫмер ете йәштә ауыл мәктәбенә уҡырға бара, бында дүрт класс тамамлай. 1920—1925 йылдарҙа Бөрө кантоны Байсар телеграф бүлексәһендә телеграфист була.

1926 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. 1929 йылдан [ВКП (б) ағзаһы.

1941 йылдың ноябрь айынан алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944 йылда «Выстрел» курсын тамамлай[1].

1944 йылдың июнь айында совет ғәскәрҙәре дошманды ҡыуған саҡта 2-се Белоруссия фронтының 50-се армия составындағы 139-сы дивизияның 364-се уҡсылар полкы командиры подполковник Петров полк подразделениелары менән оҫта етәкселек итә. 24—26 июндә дошман оборонаһын емереп, полк Проня, Бася, Реста (бел. Раста) йылғаларын аша сыға һәм 1944 йылдың 28 июнь төнөнә ҡарай — Могилёвтан (бел. Магілёў) көньяҡтараҡ Днепрҙы (укр. Дніпро) аша сыға, 215 ҡала һәм ауылды азат итә, ҡамауҙа ҡалған дошман группировкаһына (рус.)баш. көнбайышҡа сигенергә мөмкинлек бирмәй[2]

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә[3]..

Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1949 йылда Ленинград юғары бронетанк мәктәбен тамамлай. 1954 йылда полковник Петров запасҡа китә.

Украинаның Винница (укр.  Ві́нниця) ҡалаһында йәшәй. 1967 йылдың 15 авгусында вафат була[1]. Винницала ерләнә.

Хәрби званиелары

  • 2-се ранг техник-интенданты (Приказ НКО № 01653/п от 24.12.1935);
  • 1-се ранг техник-интенданты (Приказ НКО № 0560/п от 01.02.1937);
  • Политрук;
  • Өлкән политрук;
  • Батальон комиссары;
  • Подполковник (Приказ НКО № 0624 от 1943);
  • Полковник (Приказ НКО № 0352 от 03.11.1944).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

  • Атаһы — Петров Петр Петрович
  • Әсәһе — Петрова (Герасимова) Агафия Исаевна
  • Туғаны — Петров Павел Петрович
  • Туғаны — Аграфена
  • Туғаны — Мария
  • Тәүге ҡатыны — Петрова (Грязева) Вера Афанасьевна
  • Икенсе ҡатыны — Петрова (Малоземова) Ольга Иосифовна
  • Улдары — Анатолий, Геннадий, Вячеслав

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Ғ. Һ. Булатов. Петров Михаил Петрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
  2. ↑ Петров Михаил Петрович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)
  3. ↑ Петров Михаил Петрович. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  4. ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)
  5. ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 4. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар