Ғәйнетдинов Янур Шәмсетдин улы

Ғәйнетдинов Янур Шәмсетдин улы (17 ноябрь 1959 йыл) — юстиция подполковнигы (2000). Башҡортостан Республикаһы дәүләт граждан хеҙмәтенең 1-се класлы советнигы. 2001—2015 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында әйҙәүсе[1], баш белгес[2], сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары[3]. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009).

Биографияһы

Янур Шәмсетдин улы Ғәйнетдинов 1959 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Яҙғыйорт ауылында тыуа. Тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәп тамамлағандан һуң уҡыуын Торналы урта мәктәбендә дауам итә.

Хәрби хеҙмәтте Байконурҙа СССР Һауа көстәрендә үтә.

1981 йылдан хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй башлай. Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы Октябрь районы эске эштәр идаралығында ҡулға алыу төркөмө милиционеры, участка инспекторы, тәфтишсе, бик мәһим эштәр буйынса өлкән тәфтишсе, йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы начальнигы урынбаҫары, Тәфтиш идаралығы начальнигы була.

2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының Мәғариф һәм фән бүлегендә әйҙәүсе, баш белгес, сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй.

2015—2020 йылдарҙа — Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директорының дөйөм мәсьәләләр һәм хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Ауылдаштары менән даими бәйләнештә тора, осрашыуҙар үткәрергә, «Әл-Ҡадир» мәсетен һалыуға ауыл клубына техника, ҡорамалдар алырға ярҙам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондаш егеттең ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• БР-ҙың Мәғариф отличнигы (2009)
• БР Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2009)
• БР Спорт министрлығының Почёт грамотаһы (2009)
• «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы һәм билдәһе (2012)
• Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының миҙалдары (1989, 2002, 2010)
• ГТО-ның алтын билдәһе (2017)[5]
• Хеҙмәт ветераны.

Һылтанмалар

  • Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 142. — 800 с.