Павлинич Сергей Петрович

Сергей Петрович Павлинич (рус. Сергей Петрович Павлинич1954 йылдың 23 июне, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — инженер‑механик-ғалим, сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — Двигателдәр етештереүҙе ойоштороу һәм технологияһы ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры[1]. Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007) һәм атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2006).

Биографияһы

Павлинич Сергей Петрович 1954 йылдың 23 июнендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуған[2].

1976 йылда Өфө авиация институтын тамамлап, «инженер-механик» һөнәрен ала.

Хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш металлургы бүлегендә инженер булып башлай. 1985 йылдан алып Өфө двигателдәр эшләү заводының баш металлургы, 1986 йылдан — баш металлург (рус.)баш. урынбаҫары, 1990 йылдан алып — баш металлургы, 1998]]–2002 йылдарҙа — техник директор урынбаҫары, 2004 йылдан башлап — техник директор, 2007 йылдан — генераль директор урынбаҫары–техник директор, 20112013 йылдарҙа — идарасы директор урынбаҫары—техник директор[2].

2002–2004 йылдарҙа «Уфа‑АвиаГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2012 йылдан — «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенең (Мәскәү) генераль директоры урынбаҫары. Бөгөнгө көндә корпорацияның филиалы — Двигателдәр етештереүҙе ойоштороу һәм технологияһы ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры[1].

Бер үк ваҡытта 2009 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының «Машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологияһы» кафедраһы, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университетының «Иретеп йәбештереү, ҡойоу һәм аддитив технологиялар» кафедраһы мөдире[2][3].

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең «Звёздное небо» («Йондоҙло күк») автор йыры фестивале авторҙарының береһе.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

Фәнни эшмәкәрлеге сериялы етештереү шарттарында технологик ҡойоу процестарын һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен ремонтлауҙы камиллаштырыуға; авиация двигателдәрен һәм энергетика етештереүҙә ион‑плазма нанотехнологияларын файҙаланыуға арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы[2].

  • Электрохимические и электрофизические процессы реновации. М., 2005 (авторҙаш);
  • Модульная сборка газотурбинных двигателей. Өфө, 2007 (авторҙаш);
  • Инструментальные материалы для штампов горячего деформирования. Өфө, 2008 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2006);
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2007);
  • «Газпром» йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2010).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Павлинич Сергей Петрович. Директор филиала АО «ОДК» «НИИД». АО «Объединённая двигателестроительная корпорация». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
  2. 1 2 3 4 Павлинич Сергей Петрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (баш.)
  3. Создание кафедры СЛАТ. Уфимский университет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.

Һылтанмалар