Трошин Алексей Васильевич
Алексей Васильевич Трошин (рус. Трошин, Алексей Васильевич; 1925 йылдың 6 апреле, Стәрлетамаҡ районы — 2008 йылдың 3 апреле, Киев) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
1925 йылдың 6 апрелендә[2] Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Яңы Ивановка ауылында[3] (1970 йылдарҙа бөткән) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Һигеҙ синыф тамамлай. Стәрлетамаҡ районының «Маяҡ» колхозында эшләй.
1943 йылда Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында.
Мотоуҡсылар батальоны уҡсыһы ҡыҙылармеец А.В.Трошин 1943 йылдың 21-22 сентябрендә Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районының Зарубинцы ауылы эргәһендә Днепр йылғаһын беренселәрҙән булып аша сыға[4], плацдарм өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша, дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда күп гитлерсыны юҡ итә[5].
Бер аҙҙан, Киев ҡалаһын азат иткәндән һуң, А. В. Трошин яраланған һәм госпиталдә дауалана. 1945 йылда Һарытау танк училищеһын тамамлаған. Гитлер Германияһының баш ҡалаһы Берлинды штурмлағанда взвод менән командалыҡ иткән.
Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1952 йылдан КПСС ағзаһы. 1947 йылда офицерҙарҙың юғары техник бронетанк мәктәбен, 1954 йылда — офицерҙар составын камиллаштырыу курсын, 1968 йылда — В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. 1970 йылда 11-се гвардия армияһы 1-се танк дивизияһының 117-се танк полкында сәйәси эштәр буйынса командир урынбаҫары.
1976 йылдан полковник А. В. Трошин — запаста, ә һуңынан отставкаға китә. Тбилиси ҡалаһы Киров районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй. Артабан Воронеж ҡалаһынды йәшәй, 1995 йылдан Воронеж өлкәһе Поворино ҡалаһында, ә һуңынан Киев ҡалаһында ҡыҙында йәшәй.
2008 йылдың 3 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Киев ҡалаһында «Берковцы» зыяратында хәрби хөрмәт менән ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрҙәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм бер уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Трошин Алексей Васильевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3273) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[5];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.05.1945)[5];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.10.1943)[5];
- миҙалдар.
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы А. В. Трошин исеме Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[6][7];
- Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылы урта мәктәбе бинаһына «Яңы Ивановка ауылында Советтар Союзы Геройы Трошин Алексей Васильевич йәшәгән һәм уҡыған» тигән яҙыу менән иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[8];
- Геройҙың исеме Өфөләге Еңеү паркындағы гранит стелаға уйып яҙылған[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://bashenc.online/ru/articles/76544/
- ↑ Ҡайһы бер документтарҙы тыуған көнө 9 апрель тип күрһәтелә.
- ↑ Г. Г. Булатов, И. Г. Каримова. Трошин Алексей Васильевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
- ↑ Имеется в виду бывшее село Переяслав-Хмельницкого района.
- ↑ 1 2 3 4 5 Трошин Алексей Васильевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 9 апреля исполняется 85 лет со дня рождения Героя Советского Союза Алексея Трошина. ИА «Башинформ» (8 апрель 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Трошин Алексей Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)
- Трошин Алексей Васильевич. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)
- Республиканский Музей Боевой Славы. Трошин Алексей Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)
- Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Герой Советского Союза — наш земляк. Алексей Васильевич Трошин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)
- Саратовское высшее военное командно-инженерное Краснознаменное ордена Красной Звезды училище имени Героя Советского Союза генерал-майора А.И. Лизюкова. Выпускники – герои-танкисты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)
- Памятник на могиле (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2025)