Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы

Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (22 август 1952 йыл — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2012), Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) мәғариф отличнигы.

Биографияһы

Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы Кашапова хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаҡша станцияһы ҡасабаһынан[1] 1975 йылда Ҡазан педагогия институтын[2] тамамлағандан һуң Приморье крайы Дунай ҡасабаһында балалар музыка студияһы уҡытыусыһы булып эшләй. 1976 йылда Өфө ҡалаһы «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының урыҫ вокаль ансамбле етәксеһе. 1978—1989 йылдарҙа Өфөнөң 78-се урта мәктәбендә музыка һәм донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы. 1981—1996 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының[3] музыкаль һәм эстетик белем биреү кабинеты мөдире. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы[4].

Ғилми тикшеренеүҙәре этномузыка белем биреү проблемаларына арналған.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — буласаҡ уҡытыусыларҙы музыка, сәнғәт, инклюзив һәм юридик белем биреү өлкәһендә профессиональ әҙерләү; һәләтле уҡыусылар менән эшләргә әҙер булыуҙарын формалаштырыу; 5 педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгән; ғилми хеҙмәттәр һаны — 200-ҙән ашыу[5].

Ғилми баҫмалары

  • Непрерывное этномузыкально-педагогическое образование в целостной национально-региональной образовательной системе. Уфа, 2008;
  • Этнопедагогика: методология и технологии этномузыкального и этнохудожественного образования. Уфа, 2009 (авторҙ.);
  • Экспериментальная площадка в школе: организация, деятельность, перспективы. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004);
Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының наградалары
  • Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре;
  • «Ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы» (маҡтаулы исеме);
  • Атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
  • Леонардо Да Винчи исемендәге миҙал[5]