Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө (рус. День Государственного флага Российской Федерации) — Рәсәйҙең рәсми рәүештә билдәләнгән байрамдарының береһе, ул һәр йыл 22 августта билдәләнә. Рәсми билдәләү 1994 йылдың августында раҫланған[1]. Был көн — эш көнө.

Байрам Рәсәй Федерацияһының флагына — милли триколорға бағышланған.

Тарих

Рәсәйҙең тарихи дәүләт флагы тип 1668 йылда батша Алексей Михайлович идара иткән осорҙа «Орёл» хәрби карабында (рус.)баш. күтәрелгән аҡ-күк-ҡыҙыл төҫтәге туҡыма иҫәпләнә.

1693 йылда өс төҫлө байраҡ батша Пётр I-нең шәхси штандартына әүерелә. 1705 йылдың 20 ғинуарында ул указ сығара, уға ярашлы «һәр төрлө сауҙа караптарында» аҡ-күк-ҡыҙыл байраҡ күтәрелергә тейеш була. Бер ни тиклем ваҡыт өс төҫлө байраҡ хәрби караптарҙа ла ҡулланыла. Әммә 1712 йылда хәрби-диңгеҙ флотында яңы Андрей флагы (аҡ туҡымала күк төҫтәге ике диагональ һыҙыҡтан торған ҡыя тәре) рәсми рәүештә раҫлана.

XVIII быуатта һәм XIX быуаттың тәүге яртыһында аҡ-күк-ҡыҙыл байраҡ коммерция караптарында ғына түгел, ә Рәсәй империяһына ҡараған биләмәләрҙе билдәләү өсөн дә ҡулланылған. Атап әйткәндә, уны Америкалағы рус диңгеҙ экспедициялары һәм колонистар ҙа файҙаланған.

1858 йылдың 11 июнендә император Александр II Герольдия департаментының герб бүлеге етәксеһе Бернгард Кёне доклады нигеҙендә «тантаналы осраҡтарҙа урамдарҙы биҙәү өсөн байраҡтарҙа, флагтарҙа һәм башҡа биҙәү әйберҙәрендә империяның герб төҫтәре — ҡара, һары һәм аҡ төҫтәрҙе урынлаштырыу» рәсемен раҫлай. 1865 йылдың 1 ғинуарында императорҙың исемле указы баҫылып сыға, унда ҡара, ҡыҙғылт һары (алтын) һәм аҡ төҫтәр туранан-тура «Рәсәйҙең дәүләт төҫтәре» тип атала. Ҡара-һары-аҡ флагты дәүләт учреждениелары ғына ҡуллана ала, ә ябай халыҡҡа аҡ-күк-ҡыҙыл байраҡтар элергә рөхсәт ителә. 1883 йылдың 28 апрелендә император Александр III бойороғо иғлан ителә, унда: «Биналарҙы байраҡтар менән биҙәргә мөмкин тип танылған тантаналы осраҡтарҙа өҫкө өлөшө аҡ, уртаһы күк һәм аҫҡыһы ҡыҙыл булған өс һыҙатлы рус флагы ғына ҡулланылһын», — тип әйтелә. Шулай ҙа ҡара-һары-аҡ флаг рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарылмай.

1896 йылдың 11 майында император Николай II указы буйынса Юстиция министрлығы ҡарамағындағы махсус кәңәшмә империяның дәүләт флагы итеп «аҡ-күк-ҡыҙыл төҫтәр генә иҫәпләнергә тейеш, һәм башҡаһы түгел» тигән ҡарар ҡабул итә. 1914—1917 йылдарҙа өс төҫлө байраҡ менән бер рәттән «шәхси ҡулланыу өсөн флаг» та йәшәй: ул һап яғына яҡын өҫкө мөйөшөндә һары квадрат эсендә ҡара ике башлы бөркөт төшөрөлгән аҡ-күк-ҡыҙыл байраҡ була[2].

Император Николай II тәхеттән баш тартҡандан һуң Ваҡытлы хөкүмәт дәүләттең яңы флагын һәм гербын раҫламай. 1918 йылда Совет Рәсәйе өс төҫлө байраҡтан баш тарта һәм уны ҡыҙыл байраҡ менән алмаштыра[3].

undefined

22 август 1991 йылда Август путчы (рус.)баш. ваҡытында Мәскәүҙә Хөкүмәт йорто өҫтөндә Краснопресненская яр буйындағы тарихи аҡ-күк-ҡыҙыл флаг күтәрелгән, был флаг ҡыҙыл совет байрағын алмаштырған[4]. Был ваҡиға 1991 йылдың авгусындағы путчта (СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ағзалары тарафынан башҡарылған дәүләт түңкәрелеше яһарға маташыу) төп ваҡиғаларының береһенә әйләнә[5].

22 август 1991 йылда РСФСР Юғары Советы «РСФСР-ҙың Милли флагын рәсми таныу һәм ҡулланыу тураһында» ҡарар ҡабул иткән.

1991 йылдың 22 авгусында Мәскәүҙә РСФСР Советтар йорто (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте йорто) өҫтөндә тарихи өс төҫлө флаг күтәрелә. Шул уҡ көндө РСФСР Юғары Советы указы менән ҡыҙыл флаг урынына аҡ, лазурь һәм ҡыҙыл төҫтәге флаг Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы тип иғлан ителә.

1 ноябрь 1991 йылда флаг РСФСР Халыҡ депутаттары съезында раҫлана. Конституцияның 181-се статьяһына ярашлы, РСФСР-ҙың дәүләт флагы «тигеҙ горизонталь һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыма: өҫкө һыҙат аҡ төҫтә, уртаһы — асыҡ зәңгәр төҫтә һәм аҫҡыһы — ал төҫтә»[6]. Флаг киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 1:2 тәшкил иткән[3].

11 декабрь 1993 йылда Рәсәй президенты Борис Ельцин «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» указға ҡул ҡуйған, уға ярашлы асыҡ зәңгәр төҫ күк төҫкә, ал төҫ ҡыҙыл төҫкә алмаштырылған. Шулай уҡ флаг киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 итеп үҙгәргән[6]. Шул уҡ ваҡытта 1995 йылдың 1 ғинуарына тиклем элекке пропорциялы флаг ҡулланырға рөхсәт ителгән[3].

1994 йылда Ельцин Рәсәй флагы көнөн 22 августта билдәләүҙе рәсми рәүештә нығытып, был датаны дәүләт байрамы иткән[5].

undefined

25 декабрь 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» Федераль конституцион законға ҡул ҡуйған. Законда әйтелгән: «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының рәсми дәүләт символы булып тора һәм өс тигеҙ горизонталь һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыманан тора: өҫкөһө — аҡ, уртаһы — күк һәм аҫҡыһы — ҡыҙыл төҫтә. Флаг киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3»[7].

Рәсәй флагы төҫтәренең мәғәнәләре түбәндәгесә аңлатыла: аҡ төҫ тыныслыҡты, таҙалыҡты, сафлыҡты, камиллыҡты аңлата; зәңгәр — иман һәм тоғролоҡ, даимилыҡ төҫө; ҡыҙыл төҫ ватан өсөн ҡойолған энергияны, көстө, ҡанды символлаштыра.

1999 йылдан Рәсәйҙә флагтар етештереү буйынса дәүләт стандарты эшләй, уға ярашлы триколор һыҙаттарының төҫтәре Бөтәсоюз ассортимент һәм еңел сәнәғәт модалы үҙәге тарафынан эшләнгән төҫтәр атласына йәки Америка компанияһы «Pantone Inc» тарафынан булдырылған стандартлаштырылған төҫ һайлау системаһына тап килергә тейеш[3].

undefined

Билдәләү традициялары

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө — бөтә ил буйынса билдәләнгән милли байрам. Был көндә ғәҙәттә рәсми дәүләт символының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрелә. Улар араһында: президент һәм депутаттарҙың ҡотлауҙары менән сығыштары, дәүләт наградаларын тапшырыу, концерттар, тантаналы йөрөштәр, спорт ярыштары. Сараларҙа сәйәси партиялар һәм йәштәр патриотик берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаша[8]. Төп сараларҙың береһе — Рәсәй гимны башҡарыу аҫтында дәүләт флагын тантаналы күтәреү[4].

Күп мәҙәни үҙәктәрҙә, ял итеү учреждениеларында һәм китапханаларҙа байрам саралары, лекциялар, онлайн-акциялар һәм флешмобтар үткәрелә. Китапханасылар триколор тарихына бағышланған китап күргәҙмәләрен ойоштора, тематик квесттар һәм викториналар үткәрә. Байрам ҡатнашыусыларына иҫтәлекле сувенирҙар — ленталар, галстуктар, дәүләт символикаһы менән флажоктар тапшырыла.

Биналар һәм урамдар байрамса биҙәлә, ҡайһы бер ҡалаларҙа күккә аҡ, күк һәм ҡыҙыл төҫтәге һауа шарҙары ебәрелә[5].

2020 йылда парашютистар Мәскәү өлкәһе өҫтөндә 5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы триколор йәйелдергән. Улар донъялағы иң ҙур флаг менән һикереү яһалған. Гиннесс Китабының саҡырылған эксперттары Донъя рекордын теркәгән, әммә Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар арҡаһында рекорд рәсми рәүештә теркәлмәгән[9].

19 август 2023 йылда Ырымбур өлкәһе Подгородняя Покровка ауылында Рәсәй Дәүләт флагы көнө уңайынан ил рекорды ҡуйылған. Халыҡ 1588 метр оҙонлоҡта һәм 4,5 метр киңлектә триколор йәйелдергән. Ҡаҙаныш Рәсәй рекордтар китабына индерелгән[10]. Шул уҡ йылда Рәсәй көнөнә Татарстан Республикаһы халҡы роза бөрөләренән донъяла иң ҙур Рәсәй флагын йыйған. Сәскә бөрөләрен илдең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу оҫта ҡатын-ҡыҙ полимер балсыҡтан эшләгән. Эш һөҙөмтәһе Милли һәм донъя рекордтарын теркәү Халыҡ-ара агентлығы тарафынан теркәлгән[11].

undefined

2024 йылда Мәскәүҙә триколорҙар менән йөҙләгән автомобиль Садовое кольцо буйлап үткән. Курск өлкәһендә активистар һәм волонтёрҙар «Курск алышы» мемориаль комплексы территорияһында 2500 квадрат метрға яҡын триколор йәйгән. Пятигорскта «Машук» йәштәр форумының 150-ләп ҡатнашыусыһы шул уҡ исемле тау түбәһенә Рәсәй триколорын күтәргән[5].

2025 йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө уңайынан «Ватан төҫтәре» Бөтә Рәсәй акцияһын ойошторған. Ул 18-нән 22 августҡа тиклем үткәрелгән. Саралар араһында: махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыуҙар, флагштоктарҙы тергеҙеү һәм флагтар ҡуйыу, триколор ебәреү тантаналары, дәүләт символикаһы менән ленталар таратыу, акциялар, лекциялар, флешмобтар. Проект сиктәрендә #ОкнаРоссии акцияһы ҡатнашыусылары йорттарҙың, мәктәптәрҙең һәм офистарҙың тәҙрәләрен тематик һүрәттәр менән биҙәгән һәм социаль селтәрҙәргә тейешле хештег менән фото йөкләгән.

Башҡортостанда был көндә Өфөлә традицион «Флаг берҙәмлеге» автоуҙышы үткәрелә, Совет майҙанында «Армия мәҙәниәте көндәре» проекты сиктәрендә «Көҙ романтикаһы» фестивале асыла. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнаша, 10 метрлыҡ Рәсәй флагын парад расчёты күтәрә, Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндары башҡарыла, шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт флагы ла елберләй. Автоуҙышты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, Патриотик тәрбиә Һәм саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы бүлексәһе[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Указ от 20 августа 1994 г. № 1714 О Дне государственного флага Российской Федерации. Документы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
  2. Соболева Н. А. Историческое прошлое российского триколора: факты и мифы // Военно-исторический журнал : журнал. — 2014. — № 8. — С. 53-60.
  3. 1 2 3 4 История и характеристики государственного флага России (22 август 2021). 3 июль 2026 тикшерелгән.
  4. 1 2 22 августа — День Государственного флага Российской Федерации. Управление Министерства юстиции Российской Федерации по Пермскому краю (20 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
  5. 1 2 3 4 День государственного флага России 2025: история и традиции праздника (20 август 2025). 3 июль 2026 тикшерелгән.
  6. 1 2 И. Высочинский. История Дня Государственного флага РФ. 3 июль 2026 тикшерелгән.
  7. Федеральный конституционный закон от 25.12.2000 г. № 1-ФКЗ. 3 июль 2026 тикшерелгән.
  8. В Ульяновской области пройдет торжественное шествие в честь Дня Российского флага. Регнум. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
  9. Парашютисты развернули самый большой в мире флаг России в небе Подмосковья. 3 июль 2026 тикшерелгән.
  10. Есть рекорд: в Оренбуржье развернули самый длинный в России триколор (19 август 2023). 3 июль 2026 тикшерелгән.
  11. Самый большой в мире флаг России из розочек ручной работы изготовили в Казани. 3 июль 2026 тикшерелгән.
  12. В Уфе состоится автопробег ко Дню государственного флага. Башинформ (19 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Антошин, М. К. Государственный флаг Российской Федерации // Герб, флаг и гимн России. Изучение государственных символов Российской Федерации в школе. — М., 2003.
  • Вилинбахов, Г. В. Флаги России // Наука и жизнь. 1990. № 12. С. 88-91.
  • Дегтярёв, А. Я. История российского флага. Легенды, факты, споры. — М., 2000.
  • Пчёлов, Е. В. Рождение российского флага // Государственные символы России — герб, флаг, гимн. — М., 2002. С. 94—98.
  • Сапрыков, В. Н. Над Россией флаг России // Наука и жизнь. 1992. № 2. С. 65-68.

Һылтанмалар