Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы

Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе»

Биография

Рәшит Рәжәп улы Ҡаһарманов (22 август 1955 йыл) — Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуа.

Ауылдағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас , 9 — 10 синыфтарҙы Иҫке Собханғол урта мәктабендә дауам итә.

Әрме сафында уңышлы хеҙмәт иткәндән һуң, 1976 йылда Өфө нефть техник институтына уҡырға инә, уны 1981 йылда уңышлы тамамлай һәм Урмуртия Республикаһының нефть ятҡылыҡтарын эҙләүсе предприятиеһына эшкә ебәрелә. 1986 йылда киләсәге уңышлы нефть Себер компанияһына ебәрелә. 1986—2007 йылдар дәүерендә ул ябай инженер вазифаһын «Себер» нефть компанияһының баш инженеры, уның генераль директорының беренсе ярҙамсыһы дәүеренә тиклем күтәрелә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе».
  • Ямалоненецк автономиялы өлкәһенең «атҡаҙанған нефтсеһе һәм белгесе»

Ғаиләһе

Рәшит Рәжәп улы Ғафури районы Һабай ауылы ҡыҙы Фәриҙә менән ғаилә ҡороп 2 ул тәрбиәлап үҫтерәләр.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар