Ырымбур
Ырымбур (рус. Оренбу́рг) — Рәсәйҙәге ҡала. Көньяҡ Уралда, Һаҡмар менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге, 1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы, 1934 йылдан Ырымбур өлкәһенең һәм бер үк ваҡытта Ырымбур районының үҙәге (составына инмәй).
Тарихы
1735 йылда Ырымбур экспедицияһы нигеҙендә Ур йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға.
1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫлыҡта, Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына. Ыр тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Урындағы ҡалған ҡәлғәне Орск тип атайҙар.
Шулай итеп, Ырымбур атамаһы Ыр йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.
Губерна үҙәге (1744—1919)
1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге. 1919 йылға тиклем Ырымбур Рәсәйҙең көнсығыштағы иң эре ҡалаһы.
1842 йылда ҡалала башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы йорто Каруанһарай төҙөлә.
1877 йылда Ырымбурға тиклем тимер юлы һалына, Ырымбур тимер юл вокзалы асыла.
1899 йылда ҡалала беренсе электр станцияһы ток бирә[9].
1890—1906 йылдарҙа Урта Азия тимер юлы төҙөлә.
1891—1920 йылдарҙа ҡалала Хөсәйениә мәҙрәсәһе эшләгән. Унда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Авзал Таһиров һәм башҡа күренекле кешеләр уҡыған.
1906 йылда Ырымбур-Ташкент тимер юлы сафҡа индерелә.
1905 йылда Урта Азия тимер юлы оҫтаханаһы заводы (хәҙерге «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Локомотив ремонтлау заводы) төҙөлә.
1905 йылда Татар театры асыла.
Ырымбурҙа башҡорт ҡоролтайҙары
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.
1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.
I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә[29]. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.
1919 йылда ҡалала Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла. Каруанһарай– Башҡорт АССР-ның беренсе Хөкүмәте урынлашҡан йорт.
1920 йылда ҡалала Ҡырғыҙ АССР-ы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.
1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙағстандың беренсе баш ҡалаһы була. 1921—1936 йылдарҙа ҡалала Ырымбур башҡорт педагогия техникумы булдырыла. Уны Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай һәм башҡа күренекле кешеләр тамамлаған.
1920 йылдарҙа Ҡыҙылдар ғәскәрендәге татарҙарға һәм башҡорттарға һәйкәл ҡуйыла.
Урта Волга крайы составында (1929-1934)
1929-1934 Ырымбур ҡалаһы Урта Волга крайы составында була.
Чкалов (1938-1957)
1938—1957 йылдарҙа ҡала совет осоусыһы Валерий Чкалов исемен йөрөткән. Ләкин Валерий Чкалов Ырымбур өлкәһендә тыумаған һәм бер тапҡыр ҙа Ырымбур яҡтарында булмаған.
1939 йылда Ырымбур мамыҡ шәлдәре фабрикаһы асыла[32], Ырымбур — шәлдәр һәм яулыҡтар етештереүсе.
1941 йылда Ырымбурға Ленинградтан 47-се Авиаремонт заводы эвакуацияллана. Ошо завод нигеҙендә Ырымбур машиналар төҙөү заводы асыла (хәҙерге «Стрела» производство берекмәһе). Һуғыш ваҡытында завод 1595 самолёт сығара (Ут-2, Ут-2М, Як-6 (конструктор А. С. Яковлев), Ще-2). Һуғыштан һуң заводта Ми-1 вертолёттар; А-2 (КБ Антонова), Це-25 (конструктор П. В. Цибин), Як-14 (КБ А. С. Яковлева) планерҙар; По-2 (КБ Н. Н. Поликарпова) самолёттар; Ил-10М (КБ С. В. Ильюшина) штурмовик-бомбардировщиктар сығарыла. 1950—1980 йылдарҙа заводта 8К11, 8К63, 8К84 баллистик ракеталарын сығаралар. 1990-сы йылдарҙан Ка-226 вертолёты сығарыла[33].[34].
Ырымбур
1966 йылдың ноябрендә 13-сө скважина газ бирә. Ошо көн Ырымбур нефть-газконденсатлы ятҡылығын асыу көнө[35] тип иҫәпләнә.
1969 ҡалала Һаҡмар ТЭЦ-ы төҙөлә (хәҙерге Рәсәй селтәренең «Оренбурэнерго» ЯСЙ нигеҙ ойошмаһы).
1974 йылда Ырымбур-Зәй (Татарстан) газ торба үткәргесе сафҡа индерелә.
1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының беренсе өлөшө сафҡа индерелә. 1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының икенсе, 1978 йылда өсөнсө өлөштәре сафҡа индерелә.
1978 йылда уникаль Ырымбур гелий комплексы сафҡа индерелә.
1979—1982 йылдарҙа «Инвертор» заводы төҙөлә. Ул атом станциялары өсөн электр, быралау һәм нефть эшкәртеү йыһаздары етештереүсе була[36].
Административ ҡоролошо
Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә[37]: Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә. Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй. Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.
Ырымбурҙың райондары
Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк
- Бәрҙе (рус. Берды) — Ырымбур ҡалаһының тарихи районы[38]. Административ яҡтан Төньяҡ округта урынлашҡан. Ҡаланың Tөньяҡ-көнсығышында, Һаҡмар ярында ята. Бәрҙе исеме йылға атамаһынан бирелгән. Башҡорт телендә «бәрҙе» — балыҡ төрө[39].Ошо урында 1742 йылдан Бердская станицаһы урынлашҡан. Крәҫтиәндәр Һуғышы ваҡытында ошо урында Емельян Пугачевтың штабы булған. Капитан ҡыҙы әҫәре өсөн мәғлүмәт әҙләгәндә, станицала А. С. Пушкин булып киткән. 1960-сы йылдарҙа Ырымбур ҡалаһына индерелә. Районда Салауат Юлаев урамы бар.
- Маяк, Подмаячный — Ырымбурҙың Промышленный районындағы биҫтә. Күп енәйәттәр менән билдәле[40][41].
- Новая слободка — Ырымбур ҡалаһының тарихи районы[42]. Ҡаланың үҙәгендә ята. Хәҙерге Комсомольская, Постникова, Цвилинга урамдары менән сикләнгән.
- Беловка—Ырымбурҙың тарихи районы. Белов тигән купец исеменән. Ул XX быуатта ошо урында «Вокзал» ҡорамаһы төҙөгән. Унда һәр кис музыка уйнап торған[43]. Беловканың архитектура ансамбле башлыса XVIII—XIX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора[44]. Административ яҡтан Көньяҡ округы Үҙәк районында урынлашҡан.
- Ростоши — Ырымбурҙын биҫтәһе. Район янында Рәсәйҙең стратегик ракета ғәскәрҙәренең 31-й ракет армияһы урынлашҡан. Микрорайон 1990 йылда «Оренбурггазпром» менән Старые Ростоши ауылында төҙөлә. Нежинское шоссеһы артынан, Юрий Гагарин исемендәге Ырымбур Аэропорты юлына барған янында ята. Бизнесс-кластағы 1500 коттедж бар[45]. Ростоша — урыҫ теленән: уральская равнина, промытая весенней водой и разделяющая невысокие холмы (В. И. Даль). Урамдары: Цветной бульвар, Газпром, Берёзовая ростошь, Долинная, Раздольная, Ростошинская, Садовое Кольцо, Славы, Успенская, Черёмуховая. 2011 йылда биҫтәлә өлкә буйынса Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәтенең Сикте һаҡлау идаралығының Йорттар комплексы асыла[46].
Юғары уҡыу йорттары
- Ырымбур дәүләт аграр университеты 1930 йылда Ырымбур ауыл хужалығы институты булараҡ асыла.
- Ырымбур дәүләт медицина академияһы Вөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында, 1944 йылда асыла.
- Ырымбур дәүләт менеджмент институты 1991 йылда асыла, 2015 йылда ябыла. Ырымбур дәүләт университетына ҡушыла (реорганизация).
- Ырымбур дәүләт педагогия университеты 1919 йылда Ырымбур халыҡ мәғарифы институты булараҡ асыла.
- Ырымбур дәүләт университеты
- Губкин ис.Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты Ырымбур филиалы
- Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты
- Кутафин ис. Мәскәү дәүләт юридик академияһы Ырымбур институты
- Һамар дәүләт тимер юлдар университетының Ырымбур институты
- Ырымбур юғары зенит ракет училещеһы (хәрби институт), ябылған
- Ырымбур Ҡыҙыл байраҡлы юғары хәрби авиация училещеһы (хәрби институт), ябылған
- Ырымбур башҡорт педагогия техникумы, ябылған.
- Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы(РАНХиГС) филиалы. 1998 йылда асыла.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
- М. Горький исемендәге драма театры (1997 йылдан баш режиссёр Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы)
- Дәүләт өлкә музыкаль комедия театры
- Ҡурсаҡ театры
- «Пьеро» муниципаль ҡурсаҡ театры
- Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Татар дәүләт драма театры (1905 йылда асылған)
- Урыҫ халыҡ академия хоры
2007 йылдың 30 июлендә Ырымбурҙың Милли ауылында башҡорт йорт-музейы асылған.[47]
География
Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.
Климаты
Ырымбурҙың климаты уртаса континенталдән ҡырҡа континенталгә күсеүсән [48]. Йәй эҫе һәм ҡоро: йылына биш ай уртаса көнлөк температура +15 °C тора; ҡыш артыҡ һыуыҡ түгел, максималь ҡар ҡатламы февралдә (23 см). Аяҙ, болотло һәм яуым-төшөмлө көндәр йылына ярашлы рәүештә - 157, 176 һәм 32. Температура көндөң ваҡытына һәм ел йүнәлешенә ҡарап үҙгәреүсән. Йәйгеһен температура +40 °C-ҡа етеүе мөмкин, +5 °C-ҡа тиклем төшкән сағы ла була. Көҙ иртә, яҡынса сентябрҙең икенсе яртыһында килә, ҡыш ноябрҙә башлана. Яҙ март аҙағында башланыусан, мәгәр һауа торошо тотороҡло түгел, хатта май аҙағында һыуыҡ булғылай. Ҡыш һауа торошо еңелсә һалҡындан ҡаты һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүсән, ҡайһы саҡ епшетеп ала йәки −40 °C-ҡа еткән ҡаты һыуыҡтар була.
Ырымбурҙың йыллыҡ уртаса климат күрһәткестәре:
- йыллыҡ уртаса температура — +5,0С,
- йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 4,3 м/с
- йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 68 %
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 4,7 | 5,8 | 18,9 | 31,3 | 36,5 | 39,8 | 41,6 | 40,9 | 38,0 | 27,0 | 19,2 | 8,1 | |
| Уртаса максимум, °C | −8 | −7,2 | −0,8 | 12,8 | 22,1 | 27,5 | 29,0 | 27,4 | 20,9 | 11,2 | 0,3 | −5,9 | |
| Уртаса температура, °C | −11,8 | −11,5 | −5,2 | 6,9 | 15,2 | 20,6 | 22,3 | 20,3 | 14,0 | 5,9 | −3,2 | −9,5 | 5,3 |
| Уртаса минимум, °C | −15,5 | −15,7 | −9,3 | 1,7 | 8,5 | 13,8 | 15,6 | 13,6 | 7,9 | 1,6 | −6,1 | −13,1 | |
| Абсолют минимум, °C | −43,2 | −40,1 | −36,8 | −26 | −5,7 | −0,7 | 4,9 | −0,9 | −5,3 | −19,8 | −35,7 | −39,2 | |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 29 | 22 | 25 | 28 | 30 | 36 | 41 | 29 | 26 | 34 | 33 | 31 | 364 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
Халыҡ үҙгәреүе
| 1811[49] | 1840[49] | 1856[49] | 1863[49] | 1897[50] | 1914[49] | 1923[49] |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 5400 | ↗14 600 | ↘13 700 | ↗27 600 | ↗72 000 | ↗100 100 | ↗105 900 |
| 1926[51] | 1931[52] | 1933[53] | 1937[51] | 1939[54] | 1956[55] | 1959[56] |
| ↗122 190 | ↗129 461 | ↗144 600 | ↗155 626 | ↗171 726 | ↗226 000 | ↗267 317 |
| 1962[49] | 1967[49] | 1970[57] | 1973[49] | 1974 | 1975[58] | 1976[59] |
| ↗288 000 | ↗326 000 | ↗344 266 | ↗386 000 | ↗400 000 | ↗425 000 | →425 000 |
| 1979[60] | 1982[61] | 1985[62] | 1986[59] | 1987[63] | 1989[64] | 1990[65] |
| ↗458 747 | ↗494 000 | ↗523 000 | ↗524 000 | ↗537 000 | ↗546 501 | ↘522 000 |
| 1991[59] | 1992[59] | 1993[59] | 1994[59] | 1995[62] | 1996[62] | 1997[66] |
| ↗557 000 | →557 000 | ↘555 000 | ↗558 000 | ↘530 000 | →530 000 | ↗531 000 |
| 1998[62] | 1999[67] | 2000[68] | 2001[62] | 2002[69] | 2003[70] | 2004[71] |
| ↘527 000 | ↘526 800 | ↘523 600 | ↘516 600 | ↗549 361 | ↘548 100 | ↘542 700 |
| 2005[72] | 2006[73] | 2007[74] | 2008[74] | 2009[75] | 2010[76] | 2011[74] |
| ↘538 600 | ↘533 900 | ↘529 598 | ↘526 430 | ↘524 413 | ↗548 331 | ↘547 427 |
| 2012[77] | 2013[78] | 2014[79] | 2015[80] | 2016[81] | 2017[82] | 2018[83] |
| ↗554 723 | ↗556 127 | ↗560 046 | ↗561 279 | ↗562 569 | ↗564 443 | ↗564 773 |
| 2019[84] | 2020[85] | 2021[86] | 2023[87] | 2024[88] | ||
| ↗565 341 | ↗572 188 | ↘543 654 | ↘539 236 | ↘536 862 |
Милли составы. 2010 иҫәп алыу буйынса Ырымбурҙың милли составы[89]
| Халыҡ | Һан, кеше | милләтте әйткән кешеләрҙән % |
|---|---|---|
| урыҫтар | 444 470 | 83,45 % |
| татарҙар | 41 451 | 7,78 % |
| ҡаҙаҡтар | 10 796 | 2,03 % |
| украиндар | 10 502 | 1,97 % |
| башҡорттар | 5 890 | 1,10 % |
| әрмәндәр | 3 378 | 0,63 % |
| мордвалар | 2 750 | 0,52 % |
| башҡа милләттәр | 13 409 | 2,52 % |
| Милләттен әйткән дөйөм халыҡ | 532 646 | 100,0 % |
| Ырымбурҙа йәшәүсе дөйөм халыҡ | 548 331 | |
| Ырымбур ҡала округында йәшәгән дөйөм халыҡ | 563 900 |
Транспорты
Ырымбур — эре транспорт төйөнө.Ҡалала Һамарға, Орскийға, Уральскийға, Аҡтүбәгә, Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юл Ҡазан (ҡала) — Ырымбур — Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.
Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездары Новосергиевка, Аҡбулаҡ, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Һаҡмарға йөрөй.
Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәм Гагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.
Ырымбур тимер юл вокзалы
Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1. Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына. Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.
Рейстар
Ырымбурҙың мәсеттәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ырымбур тарихи мәсеттәре
- Меновнин мәсете — 1930 йылда ябыла, Меновой двор комплексы менән бергә һүтелгән
- 1-се йәмиғ мәсете — 1930 йылда ябыла, йортта кешеләр йәшәй
- Каруанһарай (2-се йәмиғ мәсете)
- Ырымбур Үҙәк мәсете (3-сө йәмиғ мәсете)
- 4-се йәмиғ мәсете—1930 йылда ябыла., йорт хәрби госпиталь биләмәһендә урынлаша
- Сөләймәниә мәсете (5-се йәмиғ мәсете)
- Хөсәйениә мәсете (6-сы йәмиғ мәсете)
- Рамаҙан мәсете (Ырымбур) (7-се йәмиғ мәсете)
Сәнәғәт
Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:
- Полимер торбалар заводы
- Интер РАО ЕЭСтын федераль селттәр компанияһы филиалы
- Башнефтьтең «Оренбургнефтепродукт» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте АЗСтар һәм базалар
- «Гидропресс» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
- «Нефтемаслозавод» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
- «Оренбург Водоканал» Яуаплығы Сикләнғән Йәмғиәте («Росводоканал» холдингы составында)
Ырымбур менән бәйле шәхестәр
- Абдрашитов Шамиль Мунасыпович — лётчик, Советтар Союзы Геройы
- Авдеев Михаил Васильевич(1821—1876) — урыҫ беллетрисы һәм тәнҡитсеһе
- Байтурсынов Ахмет (каз. Ахмет Байтұрсынұлы) (1873—1937) — ҡаҙаҡ йәмәғәтсеһе, ғалим.
- Бардин Гарри Яковлевич — СССР режиссёр-мультипликаторы
- Берг Аксель Иванович — СССР адмиралы, академигы, СССР-ҙың оборона министры урынбаҫары.
- Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы — Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр
- Бларамберг Павел Иванович — урыҫ композитор
- Борцов Виктор Андреевич — РСФСР- ҙын халыҡ артисы (1989)
- Броневой Леонид Сергеевич — СССР актёры
- Бурба Александр Адольфович (1918—1984) — ғалим-химик, Ырымбур дәүләт университетының беренсе ректоры (1971—1983)
- Войнов Василий Иванович — врач-нейрохирург, СССР-ҙын халыҡ табибы
- Гагарин Юрий Алексеевич, Ырымбур Ҡыҙыл Байраҡлы юғары хәрби авиация училищеһында 1955 йылдан 1957 йылға тиклем уҡыған.
- Горкин Александр Фёдорович — СССР-ҙын Юғары Суды рәйесе
- Гузеева Лариса Андреевна — РФ атҡаҙанған артисткаһы (1994)
- Гринцер Сергей Григорьевич — Ырымбур губерна ветеринары (1898—1902), һуңынан Италияла СССР-ҙың сауҙа белгесе (1923—1924)
- Даль Владимир Иванович, урыҫ языусыһы 1833—1841 йылдарҙа Ырымбурҙа йәшәгән
- Джангильдин Алиби Тогжанович (каз. Әліби Тоқжанұлы Жанкелдин, 1884—1953) — ҡаҙаҡ революционер
- Доброскок Дмитрий Михайлович — спортсы
- Доброскок Александр Михайлович — спортсы
- Дутов Александр Ильич (1879—1921) — генерал-лейтенант, атаман
- Йәлил Муса — татар яҙыусыһы, совет шағиры. Ырымбур өлкәһендә тыуып, Ырымбурҙа Хөсәйениә мәҙрәсәһендә һәм Татар халыҡ мәғариф институтында уҡый.
- Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандын халыҡ артисы, композитор, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны авторы Ырымбурҙа тыуған.
- Карпов Владимир Васильевич — Советтар Союзы Геройы
- Кузнецов Сергей Борисович — композитор
- Маленков Георгий Максимилианович, 1953—1955 йылдарҙа СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе. Ырымбурҙа тыуған.
- Мартынюк Георгий Яковлевич — актёр
- Мильков Фёдор Николаевич —географ, ландшафт белгесе.
- Перовский Василий Алексеевич —губернатор
- Поляничко Виктор Петрович — 1972—78 йылдарҙа —КПСС-тың Ырымбур обкомы башлығы
- Пряников Александр Алексеевич — телеведение алып барыусыһы, шоумен
- Раевский Иосиф Моисеевич (1901—1972) — актёр, режиссёр
- Ростропович Мстислав Леопольдович — музыкант, дирижёр. Мстислав һәм Леополдь Растроповичтар ғәиләhe Ырымбурҙа йәшәгән.
- Семёнов Григорий Михайлович (1890—1946) — казак атаманы
- Сёмин Юрий Павлович — СССР футболисты
- Симонова Виктория Анатольевна (1964—4.11.2025), музыка белгесе. 1995 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторы, бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[90].
- Фёдоров Евграф Степанович — минералог
- Филатова Людмила Павловна — опера йырсыһы
- Флейшер Владимир Натанович
- Черномырдин Виктор Степанович — Ырымбур өлкәһендә тыуып, Ырымбурҙа «Ырымбур газ етештереү заводы» директоры булып эшләгән.
- Чибилёв Александр Александрович — РФА член-корреспонденты
- Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (1855—1933) — төркиәтсе, башҡорт этнографы.
Туғандаш ҡалалар һәм партнёр ҡалалар
Туғандаш ҡалалар
Партнёр ҡалалар
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Сhisl_MO_01-01-2024.xlsx
- ↑ [1] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [ http://kulturnoe-nasledie.ru/monuments.php?id=5600305000 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.]
- ↑ [2] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [3] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [4] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [5] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [6] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 [7]
- ↑ [8] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [9] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [10] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [11] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [12] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [13] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [14] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [15] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [16] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [17] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [18] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [19] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [20] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [21] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [22] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [23] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [24] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [25] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [26] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы(недоступная ссылка)
- ↑ [27] 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ [28](недоступная ссылка)
- ↑ [29]
- ↑ сайты 2015 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ [30] 2016 йылдың 22 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Газпром етештереү Ырмыбур ЯСЙ сайты
- ↑ [31] 2015 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Административные округа с официального сайта г. Оренбурга 2011 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Посёлок Бёрды 2014 йылдың 1 июль көнөндә архивланған.
- ↑ О Бердах
- ↑ Оренбург: от Парижа до Китая. Sometrouble.livejournal.com. Архивировано 12 июль 2013 года.
- ↑ Елена Кузнецова, Сергей Пронь. Гибель детей в Шанхае — явление почти нормальное. Оrenburg.rfn.ru. Архивировано 12 июль 2013 года. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- ↑ Гостиный двор журналы 2014 йылдың 26 август көнөндә архивланған.
- ↑ Беловка
- ↑ http://www.rutraveller.ru/place/14623 Беловканың архитектура ансамбле XVIII—IXX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора
- ↑ Микрорайону Ростоши 20 лет. Орен.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года.
- ↑ В Оренбурге открыт комплекс зданий и сооружений Аппарата Пограничного управления ФСБ России по Оренбургской области. Официальный портал Правительства Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2015 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Ырымбурҙың Милли ауылында йорт-музей тураһында 2018 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Администрация г. Оренбурга 5. Географическое положение. Климат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 1 февраль 2010 года. 2010 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Народная энциклопедия «Мой город». Оренбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 28 сентябрь 2013 года.
- ↑ Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2013. Архивировано 10 ноябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Всесоюзная перепись населения 1937 года: Общие итоги. Сборник документов и материалов / Сост. В.Б.Жиромская, Ю.А.Поляков. — М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 2007. — 320 с.; ISBN 5-8243-0337-1.
- ↑ Административно-территориальное деление Союза ССР : [Районы и города СССР на 1931 год]. — Москва: Власть советов, 1931. — XXX, 311 с.
- ↑ Административно-территориальное деление Союза ССР. На 15 июля 1934 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2013 года.
- ↑ Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2013. Архивировано из оригинала 16 июль 2014 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 май 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 29 сентябрь 2013 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник, 1998 год
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Российский статистический ежегодник. 1994. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2016. Архивировано из оригинала 24 июнь 2016 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 7 ноябрь 2021 года.
- ↑ Народное хозяйство СССР 1922-1982 (Юбилейный статистический ежегодник)
- ↑ 1 2 3 4 5 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2015. Архивировано из оригинала 16 ноябрь 2014 года.
- ↑ Народное хозяйство СССР за 70 лет : юбилейный статистический ежегодник : [арх. 28 июнь 2016] / Государственный комитет СССР по статистике. — Москва : Финансы и статистика, 1987. — 766 с.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Архивировано 26 сентябрь 2011 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник. 2002. — М.: Госкомстат России, 2002. — 690 с. — ISBN 5-89476-123-9
- ↑ Российский статистический ежегодник. 1997 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2016. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2016 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник. 1999 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2016. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2016 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник. 2000 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2016. Архивировано 25 ноябрь 2016 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Ҡалып:Население/2004D
- ↑ Российский статистический ежегодник. 2004 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2016. Архивировано 29 ноябрь 2016 года.
- ↑ Ҡалып:Население/2005M
- ↑ Российский статистический ежегодник, 2006 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2016. Архивировано из оригинала 30 июль 2016 года.
- ↑ 1 2 3 База данных "регионы Приволжского округа". Численность постоянного населения
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
- ↑ Перепись населения 2010. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений. Федеральная служба государственной статистики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2013. Архивировано 6 сентябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат (2013). — Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.). Федеральная служба государственной статистики (18 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2023.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2024.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе ушла из жизни музыковед и педагог Виктория Симонова. ИА «Башинформ» (4 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Дружба городов-побратимов продолжается. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 20 июнь 2012 года.
- ↑ У Оренбурга появится город-побратим в Болгарии | - — Аргументы и Факты Оренбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 15 декабрь 2012 года.
- ↑ 1 2 Оренбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 30 апрель 2009 года.
- ↑ Рукопожатие через океан — Свежий номер — Вечерний Оренбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 6 ноябрь 2012 года.
- ↑ Победа — одна на всех — Свежий номер — Вечерний Оренбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 6 ноябрь 2012 года.
- ↑ Города — побратимы и партнёры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано из оригинала 13 июнь 2012 года.
Һылтанмалар
- Ырымбур хакимиәте сайтынан 2005 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- «Ырымбур миңә ғаилә һәм ҡанат бирҙе», Ю. Гагарин(недоступная ссылка)
- Ырымбур Музейы
- Ырымбур башҡорттары. Тарих. Мәҙәниәт. Этнография. Махсус сайт. 2013 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған.
- Ырымбур өлкәһенең көнсығышы башҡорттары
- Теүәл ваҡытын ырымбурҙа
Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 12: Invalid title Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары.
Ҡалып:Оренбург в темах Ҡалып:Населённые пункты на реке Урал Ҡалып:Населённые пункты городского округа город Оренбург