Хөсәйениә мәсете

Хөсәйениә мәсете (Ырымбурҙың 6-сы йәмиғ мәсете) — Ырымбурҙағы мәсет.

Тарих

1892 йылда 1-се гильдия сауҙагәре Ә. Ғ. Хөсәйенов аҡсаһына төҙөлгән. Мәсет янында Хөсәйениә мәҙрәсәһе асылған.

1931 йылда мәсетте ябалар, Татар педагогия техникумы ятаҡханаһы тип үҙгәртәләр. 1992 йылда мәсет мосолмандарға ҡайтарыла.

Имам-хатиптары

  • Дәүләтшин Ғ. Ғ. (1890 йылдан)
  • Ғөбәйҙуллин Р. (хәҙерге ваҡытта)

Һылтанмалар