Тарихы

Орск станцияһы Яйыҡ йылғаһы аша күпер менән бергә 1929 йылда асыла. Вокзал, Ырымбурҙан Орск ҡалаһына тиклем төҙөлә башлаған тимер юл менән бергә башланһа ла, 13 йылдан һуң ғына сафҡа баҫа. 1916 йылға станция бинаһы ысынбарлыҡта төҙөлөп бөткән була тиерлек, революция һәм граждандар һуғышы арҡаһында төҙөлөш 1926 йылға тиклем туҡтап ҡала.

Вокзал бинаһы

Проект һәм төҙөлөш эштәре менән немец әсирҙәре шөғөлләнгәнлектән, вокзал бинаһы немец классицизмы һәм урыҫ стилендә башҡарылған XX быуат архитектура һәйкәле булып тора.

1930-сы йылдарҙа Орск Мәскәү, Урта Урал, Себер һәм Рәсәйҙең көньяғы менән туранан-тура тимер юл бәйләнеше ала.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда станция аша көнбайыштан заводтар һәм кешеләр эвкуациялана, ә көнсығыштан меңәрләгән эшелондар фронтҡа үтә.

2000-2003-се йылдарҙа, тәүге элементтары тергеҙелеп, бина яңыртыла. Интерьеры тулыһынса үҙгәртелә. 22 апреля 2005 йылдың 22 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләр алдынан Орск станцияһы перронына һәйкәл-паровоз ҡуйыла[1].

Станциянан алыҫ араға илтеүсе юлдар

2019 йылдыңа декабренә ҡарата станция аша алыҫ араға йөрөүсе поездар:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр