Сафиуллин Марс Ғәлим улы

Марс Ғәлим улы Сафиуллин (рус. Марс Галимович Сафиуллин1952 йылдың 12 марты, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы, Башҡорт АССР-ы2019 йылдың 16 сентябре, Өфө) — совет бейеүсеһе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Биографияһы

1952 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған[2].

1970 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Республика мәҙәни-ағартыу училищеһын (педагогтары К. С. Цыганков, В. А. Цыпляк) тамамлағас, Бишбүләк ауылындағы район мәҙәниәт йортона методист булып эшкә килә.

Бишбүләктә эшләү дәүерендә Өфөлә художество үҙешмәкәр конкурстарында ҡатнаша. 1973 йылда уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар.

1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрының бейеү репетиторы, 1995 йылдан 1998 йылға тиклем — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында балет солисы булып эшләй.

Педагогик эшмәкәрлек алып бара: 1991—1995 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында, хореография училищеһында һәм шулай уҡ Өфө сәнғәт институтында уҡыта[2].

Марс Ғәлим улы Сафиуллин 2019 йылдың 16 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Репертуары

Яңғыҙ бейеүҙәре: «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы», «Перовский» һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983).

Әҙәбиәт

  • Сафиуллин М. «Я влюблен в красоту»: Беседа с народным артистом РБ М. Сафиуллиным / Вела беседу Э. Мирсаяпова. // Светлый путь. — 1998. — 23 дек. — С. 4.
  • Танцуй, Марс!: (О М. Сафиуллине) // Сулейманов А. Вместе украсим этот мир. — Белебей, 2002. — С. 92—96.

Һылтанмалар