Көньяҡ ауыл Советы (Бишбүләк районы)
Көньяҡ ауыл Советы (Бишбүләк районы) | |
Административ-территориаль берәмек | Бишбүләк районы |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Дәүләт | |
Административ үҙәк | Набережный |
Көньяҡ ауыл Советы — Бишбүләк районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 452059. ОКАТО коды — 80212847000. Объединён с сельским поселением Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1985 йылда ойошторолған була[1].
Ауыл Советы составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Набережный — административ үҙәк, Хомутовка, Боголюбовка ауылдары.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 27 сентябрендәге 6-2/296-сы һанлы «Бишбүләк районы составында Көньяҡ ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указы ҡарар итә:
Бишбүләк районы составында Көньяҡ ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Дим совхозының 4-се фермаһы ҡасабаһында урынлаштырырға. Көньяҡ ауыл Советына түбәндәге тораҡ пункттарын индерергә: Боголюбовка ауылы, Дим совхозының 4-се фермаһы, Дим совхозының 5-се фермаһы ҡасабалары, был тораҡ пункттарын Бишбүләк районының Дим ауыл Советы составынан сығарырға.
Ауыл Советында 1993 йылда совет топонимдары ҡолаҡҡа ятышлы атамаларға алмаштырыла.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 29 мартындағы 6-2/117-се һанлы «Бишбүләк районы Көньяҡ ауыл Советының ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемдәрен алмаштырыу тураһындағы» Указы менән тораҡ пункттарының исемдәрен алмаштырыу буйынса эш урындағы хакимиәткә йөкмәтелә:
1. Артабан Дим совхозының 4-се фермаһы ҡасабаһын Набережный ҡасабаһы, Дим совхозының 5-се фермаһы ҡасабаһын Хомутовка ҡасабаһы тип атарға.
2. Халыҡ депутаттарының Бишбүләк район Советы президиумына кәрәкле ойоштороу эштәрен - 1-се пуктта күрһәтелгән тораҡ пугкттарының исемдәрен алмаштырыуға бәйле техник сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә.
2008 йылда Көньяҡ ауыл Советы яңы атамалар ҡушылған тораҡ пункттары менән киренән Дим ауыл Советына ҡайтарыла.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортосьан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында, ст.1. п 10) түбәндәге юлдар бар[2]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Көньяҡ ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға
«Дим» атамаһын һаҡлап, Дим һәм Көньяҡ ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Дим ауылында урынлаштырырға. Көньяҡ ауыл Советының Боголюбовка, Набережный, Хомутовка тораҡ пункттарын Дим ауыл Советы составына индерергә.
Дим ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 год түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы (ред. 19.11.2008) ").
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был — Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |