Васильев Павел Ефимович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Заты ир-ат
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 14 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Һуғыш/алыш
Вафат булған көнө 29 июль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Васильев Павел Ефимович (14 ғинуар 1909 йыл — 29 июль 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. 1947—1963 йылдарҙа урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район советы башҡарма комитеты рәйесе һәм КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының өсөнсө (1951—1955) һәм дүртенсе (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павел Ефимович Васильев 1909 йылдың 14 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка ауылында[2] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — сыуаш. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1931 йылда Бәләбәй педагогия техникумын тамамлай. 1930 йылдарҙа Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары комсомол һәм партия органдарында төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй, Бишбүләк районы прокуроры була[3].

1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында һәм артабан 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнаша.

1945 йылдың 14 авгусында япондарҙың нығытылған Фуцзинь районын йырып сыҡҡанда Васильев биш дотты штурмлауға әҙерләү менән етәкселек итә. Иң көслө доттың шартлауынан һуң Павел Ефимович тәүгеләрҙән булып бәйләнеш юлына үтеп инә һәм автоматтан дүрт япон һалдатын юҡ итә һәм береһен әсирлеккә ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 сентябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм япон милитаристарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Васильев Павел Ефимовичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7769) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Капитан П. Е. Васильев 1947 йылдың ғинуарында запасҡа сыға. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, артабан КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары булып эшләй. Башҡорт АССР-ының өсөнсө (1951—1955) һәм дүртенсе (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы[3] һәм Бишбүләк район Советы депутаты итеп һайлана.

1978 йылдың 29 июлендә вафат була, Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бишбүләк районы Бишбүләк ауылындағы П. Е. Васильев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].
  • Район үҙәге Бишбүләктәге Бөйөк Ватан һуғышына арналған Мемориалда ла Геройға ҡағылышлы таҡтаташ бар[3].
  • Хәҙерге Бәләбәй педагогия колледжы бинаһына ла ошо махсус урта уҡыу йортон тамамлаған П. Е. Васильев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ беркетелгән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ерекле ауылы
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Васильев Павел Ефимович (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2024)
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 8, л. 284, 285)
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3450, л. 1, 2)
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1618, л. 2, 67, 68)
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 576, л. 3, 41, 42)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь. Том 1. М.: Воениз., 1987.
  • Ашик М. В. Этергомский десант. С.-П. 2000.
  • Память солдатского сердца. Выпуск 2. Чебоксары, 1980.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]