Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы

Биографияһы

Алһыу Рәхимйән ҡыҙы Ҡолдәүләтова 1954 йылдың 14 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Ул 8 йыллыҡ белемде Тимер мәктәбендә ала. Бөрө кооператив училищеһын (1974), Башҡортостан кооператив техникумын (1976) һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1992) тамамлай[1].

  • 1972—1973 — һатыусы
  • 1976 йылдан район ҡулланыусылар йәмғиәте бухгалтер, баш бухгалтер
  • 1983 йылдан — «Бөрйән» совхозында экономист
  • 1987 йылдан — район финанс идаралығының бухгалтер иҫәбе һәм планлаштырыу бүлеге етәксеһе, өлкән ревизор-инспектор (1992)
  • 1994 йылдан — Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — район финанс идаралығы етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004)[2]

Һылтанмалар