Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы

Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (рус. Хусаинова Гульнур Равиловна; 14 октябрь 1959 йыл) — фольклорсы-ғалим. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

undefined

Биографияһы

Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова 1959 йылдың 14 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай [1]. Бер үк ваҡытта 1991 йылдан башлап Мәскәүҙә А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. фольклорсы профессор Виктор Михайлович Гацак етәкселегендә “Тылсымлы башҡорт халыҡ әкиәттәре поэтикаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһын да башҡорт халыҡ тылсымлы әкиәттәрен башҡа халыҡтарҙыҡы менән сағыштырып өйрәнеүгә бағышлай.

1994–1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында фольклор курсын, 2000—2011 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка белеме биреү кафедраһында доцент вазифаһында башҡорт музыка фольклоры буйынса дәрестәр алып бара. 1986 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша, билдәле яҙыусы һәм ғалим Кирәй Мәргән етәкселегендәге экспедициялар уҙғарылған Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәр араһында фольклор йыя, шуларҙың 14-ндә үҙе етәксе була. Ул тарафтарҙа ла башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен яҙып алып ҡайта һәм шуларҙан торған китаптар баҫтырып сығара.

Хөсәйенова 1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлегендә эшләй.[2]

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ әкиәттәрен, уларҙың жанр спецификаһын, поэтикаһын һәм текстологияһын өйрәнеүгә арналған. “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 7 томда, 2009–2012), “Башҡорттар” (“Башкиры”; 2015) баҫмалары авторҙарының береһе; “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын һ.б. төҙөүсе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Монография, уҡыу әсбабы, хрестоматия, экспедиция материалдары һәм мәҡәләләре йыйынтыҡтары авторы.

Г.Р. Хөсәйенованың ғилми тикшеренеүҙәрендә башҡорт әкиәттәрен өйрәнеү, эпос ғилеме һәм мифология, башҡорт фольклористикаһы, Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры тарихы мәсьәләләре төп урынды биләй.

Хөсәйенова Г.Р. 1 фән кандидатын әҙерләгән, 4 аспирант һәм дәғүә итеүсенең ғилми етәксеһе булып тора[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

• Султангареева Р. В сказке быль, поэзия, урок. Ватандаш. – 2006. – № 3. – С.203-205.
• Юлдыбаева, Г. Ғалимә һәм остаз. Башҡортостан. – 2009. – 27 окт (№209). – Б.4.

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ХӨСӘЙЕНОВА Гөлнур Рауил ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2024) [Категория:Фольклорсылар]]