Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | профессор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 31 май 1891 |
Вафат булған көнө | 4 апрель 1984 (92 йәш) |
Ерләнгән урыны | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (31 май 1891 йыл — 4 апрель 1984 йыл) — совет терапевт-табибы, ғалим-курортолог, юғары мәктәп ойоштороусыһы һәм уҡытыусыһы, педагог. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы Тереғолов 1891 йылдың 31 майында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) тыуған. Сығышы менән Тереғоловтар татар мырҙалары ғаиләһенән[1].
1911 йылда Ҡазанда уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. Бер нисә йыл татар ауылында башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1912—1914 йылдарҙа башҡорт һәм татар ауылдарында бер үк ваҡытта сәсәк һалыусы булып эшләй. 1918 йылда Өфө уҡытыусылар институтын тамамлай. Урта мәктәп уҡытыусыһы һәм мөдире, 20-се йылдар башында — Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Мәскәү университеты лекторы булып эшләй. 1925—1932 йылдарҙа Ғ. Н. Тереғолов татар мәктәптәре өсөн биш дәреслек төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Медицина профессияһын һайлау файҙаһына ҡарар ҡабул итеп, ул 1927 йылда Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетын тамамлай. 1932 йылда ул Башҡортостанда беренсе юғары медицина учреждениеһы Башҡортостан медицина институтын ойоштороу эшен етәкләй[2]; 1933—1936 йылдарҙа институттың директор урынбаҫары була (директоры итеп уны раҫламайҙар, сөнки ул партияһыҙ була[3]), 1937—1968 йылдарҙа — эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһының мөдире. Бер үк ваҡытта, 1943 йылдан 1950 йыл буйынса, Башҡортостан госпиталдәренең, ә аҙаҡ — Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы. 1945 йылда Өфө профессиональ ауырыуҙар институтын ойоштора.
Курортологтар фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Төп ғилми хеҙмәттәре «Янғантау» шифаханаһының дауалау факторҙарын, республика нефтселәре ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. 1940 йылда Янғантау тауының дауалау факторҙарын тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Бынан тыш Тереғолов Красноусол шифаханаһы төҙөү инициаторы була.
Тереғолов 60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ике монография нәшер иткән. Урыҫса-башҡортса-латинса медицина терминдары һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнаша[4].
Ул табип-медиктар нәҫелен башлап ебәреүсе булып тора. Уның улы — Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы (1922—1998) — медицина профессоры, ейәне Рәис — медицина фәндәре кандидаты.
Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы 1984 йылдың 4 апрелендә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944)
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1967)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
- Ленин ордены (1953)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Род мурз Терегуловых // Еникеев С. Х. Очерк истории татарского дворянства. Уфа: Академия наук Республики Башкортостан. Издательство «Гилем», 1999.
- ↑ Уже в год открытия было 23 преподавателя и 320 абитуриентов — см. Уфа. Год 1932-й. 2012 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Род мурз Терегуловых
- ↑ ТЕРЕГУЛОВ Гениатулла Нигматуллович(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Род мурз Терегуловых . Дата обращения: 17 сентябрь 2011. Архивировано 19 апрель 2012 года.
- БДМУ ПВБ кафедраһы тарихы — башҡорт дәүләт медицина университетының рәсми сайты
Әҙәбиәт
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 50-51 с. ISBN 5-295-02294-3.
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- 31 майҙа тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- 4 апрелдә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Өфөлә вафат булғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан шәхестәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Благовар районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар