Хәбиров Рәшит Солтан улы

Хәбиров Рәшит Солтан улы (рус. Хабиров, Рашит Султанович; 1953 йылдың 13 июле, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы (2021).

Биографияһы

1953 йылдың 13 июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа, Өфөлә һәм Вышний Волочёкта йәшәй һәм эшләй.

1971 йылда СССР художество академияһының В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институты ҡарамағындағы Мәскәү үҙәк художество мәктәбен тамамлай.

1977 йылда В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институтында СССР художество академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, профессор В. Г. Цыплаков оҫтаханаһында уҡыуын тамамлай.

1980 йылдан — СССР, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

2021 йылда һынлы сәнғәт бүлегенән Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана[1].

Ижади эшмәкәрлеге

Профессиональ үҫешенә «И. Е. Репин исемендәге академия дачаһы» ижад йортонда эшләү ҙур йоғонто яһай, унда ул бер нисә тапҡыр килә. "Академик дача"нан ете саҡрым алыҫлыҡта Мсты йылғаһы буйында йорт һәм оҫтахана төҙөй. Унда Рәсәйҙең урта һыҙаты тәбиғәтен һүрәтләгән пейзаждар, интерьерҙар, натюрморттар серияһын төшөрә[2].

Төп эштәре: «Оля» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 1989), «Зина әбейҙең яңы ҡоймаһы» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 1996), «Һуңғы нур» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 1998), «Башҡорт балы» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 1998), «Самауырҙар һәм примус» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 1998), «Сәк-сәк» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 2013), «Һөлгө» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 2014), «Әйле башҡорто» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 2016), «Ағиҙелдә кис» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 2019), «Шүлгәнташ юлында» (киндергә төшөрөлгән картина, майлы буяу, 2018).

Эштәре Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тупланмаларында, шулай уҡ Рәсәй, Бөйөк Британия, Польша, Германия, Франция, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һәм галереяларҙа һаҡлана.

1977 йылдан күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1992 йылдан — Гранд Паласта Париж Бөтә донъя көҙгө художество салондары ҡатнашыусыһы[3].

Шәхси күргәҙмәләре: БР Рәссамдар союзының бәләкәй залы (Өфө, 1977), Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (Өфө, 1982, 1983), «Am Weinmarkt» галереяһы (Нюрнберг, ГФР, 1990), «Райм» галереяһы (Нюрнберг, ГФР, 1993), «Квисвуд» мәктәбе (Бөйөк Британия, 2001), Гримсби ҡалаһы китапханаһы (Бөйөк Британия, 2002), Опера һәм балет театры (Өфө, 2003, 2004), БР М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө, 2003, 2019), Өфө художество галереяһы (2007), Рәссамдар союзының бәләкәй залы (Өфө, 2008), Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана (Өфө, 2013), «Мираҫ» галереяһы (Өфө, 2015), Мәскәү милләттәр йорто (2016), Рәсәй Рәссамдар союзының Покровка урамы, 37-се йорт адресы буйынса күргәҙмә залы (Мәскәү, 2018), Г. Г. Монахова исемендәге Вышний Волочёк тыуған яҡты өйрәнеү музейы[2][1].

Башҡортостан Республикаһы ижади-производство комбинатының Ҙур художество советы ағзаһы (1988), Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының партия бюроһы секретары (1987), Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының идара ағзаһы (1987), Британия Һынлы сәнғәт менән сауҙа итеү гильдияһы ағзаһы (2003)[1].

Наградалары

  • Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы грамотаһы (2003, Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн);
  • Рәсәй Рәссамдар союзы дипломы (2007, Рәсәй һынлы сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн);
  • «Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына 90 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы (2009);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013)[4];
  • Рәсәй Рәссамдар союзының «Рухиәт. Йолалар. Оҫталыҡ» көмөш миҙалы (2014);
  • Рәсәй Рәссамдар союзының «Рухиәт. Йолалар. Оҫталыҡ» алтын миҙалы (2015);
  • БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты (2017);
  • Рәсәй Рәссамдар союзының Рәхмәт хаты (2018, Рәсәй Федерацияһының заман һынлы сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2019)[5].

Рәсәй художество академияһы наградалары

  • «Лайыҡлыға» көмөш миҙалы (2016);
  • Президиумдың Рәхмәт хаты (2018).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Хабиров Рашит Султанович. rah.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
  2. 1 2 Выставка «Рашит Хабиров. Истоки». Тверской государственный объединённый музей (2 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
  3. Авторы и персоналии. Чувашский государственный художественный музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
  4. Работникам культуры Башкортостана вручили правительственные и ведомственные награды. Правительство Республики Башкортостан (25 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
  5. Поздравляем с присвоением званий. Официальный портал Республики Башкортостан (13 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә