Анискин Михаил Александрович

Михаи́л Алекса́ндрович Ани́скин (1922 йылдың 19 ноябре, Иглин районы — 1944 йылдың 25 июне, Витебск өлкәһе[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танк командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Анискин Михаил Александрович 1922 йылдың 19 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Костино Озеро ҡасабаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған, рус. Урта белемле[1].

Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың июнендә Иглин районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылда Һарытау танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдың авгусынан хәрәкәттәге армияла. 3-сө Белорус фронтында, 3-сө механизацияланған гвардия корпусының 8-се гвардия механизацияланған бригадаһында һуғыша. 44-се гвардия полкының танк командиры була[2].

1944 йылдың 25 июнендә разведка взводы танк командиры гвардия лейтенанты М. А. Анискин Студенка ауылы янына (Витебск өлкәһе Сенненский районы) разведкала була. Шул саҡта уға 60-тан ашыу автомашина колоннаһы менән ротаға яҡын дошман һалдаты һәм офицеры тап була. Колоннаны үҙйөрөшлө орудие һәм бер-нисә пушка һаҡлай. Анискиндың танкы ауылға бәреп ингәндә уның юлын дошман ҡамап ала. Артҡа юл юҡ, гвардия лейтенанты Анискин дошманға ҡаршы һуғышырға ҡарар итә. Танк ҡоралы ярҙамында ул колоннаны ҡыйрата башлай. Ул бойороҡ биреү менән бер рәттән, пушканың артына үҙе тороп, колонна өҫтөнә ут яуҙыра башлай. Тәүге снарядтар колонна башына төшә. Дошман араһында паника башлана. Шунан Анискин утты колоннаның ҡойроғона йүнәлтә. Ә аҙаҡ инде колонна буйлап йәҙрә артынан йәҙрә ебәреп дошмандың машиналарын һәм тере көсөн юҡ итә.

Гвардия лейтенанты Анискиндың ҡыйыу, сая һәм көтөлмәгән һөжүме дошман пушкаларына ут асырға мөмкинлек бирмәй. Бер сәғәткә һуҙылған алышта гвардия лейтенанты Анискин дошмандың үҙйөрөшлө орудиеһын сафтан сығара, аҙыҡ-түлек келәте һәм башҡа хәрби милек тейәлгән 60 автомашинаны баҫып ала һәм ҡыйрата. Һуғыш барышында дошмандың 75-тән ашыу һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Был һуғышта иң һуңғы булып гвардия лейтенанты Анискин үҙе һәләк була[3].

Витебск өлкәһе Сенненский районы Пустынка ауылында ерләнә[4][5].

Анискин Михаил Александровичҡа, үлгәндән һуң, 1945 йылдың 24 мартында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Анискин Михаил Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (баш.)
  2. ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Анискин Михаил Александрович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
  3. ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026) (рус.)
  4. ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026) (рус.)
  5. ↑ Братская могила советских воинов и партизан в д. Пустынки, д. Пустынки, Сенненский район, Витебская область. Проект «Сохраним историю» РОО «Патриоты Беларуси». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
  6. ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3, Уфа, 1968.