Биографияһы

Новоженов Иван Иванович 1914 йылдың 19 ноябрендә Иҫке Мурава ауылында (Хәҙер Пенза өлкәһе Нижнеломовский районы) тыуған. Милләте буйынса урыҫ. Әсәһе Новоженова Анастасия Алексеевна. Атаһы улына 14 йәш булғанда вафат булған.

Мәктәптә алты класс тамамлай. Хеҙмәт юлын тимер юлда слесарь уҡыусыһы булып эшләй. 1933 йылдан Өфө шырпы фабрикаһының механика цехында токарь булып эшләй. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт иткәндән фабрикаға эшкә ҡайта.

1940 йылда Өфө ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына икенсе тапҡыр саҡырыла. Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Кесе лейтенанттар курсын тамамлай.

27-се гвардия пушка артиллерия бригадаһы батареяһы командиры (8-се пушка артиллерия дивизияһы, 51-се армия, 1-се Балтик буйы фронты) гвардия капитаны Иван Новожёнов 1944 йылдың 20 авгусындағы алышта батырлыҡ күрһәтә.

«1944 йылдың 20 авгусында Литва ССР-ы Викснас районында батарея орудиелары дошмандың танкылары, үҙйөрөшлө орудиелары һәм пехотаһының һөжүм итеүсе ҙур көстәренә тура наводка менән атыу өсөн ҡаршы тора. Ипт. Новожёнов һөжүм итеүсе дошманға батарея орудиеларының емергес уты аса, дошмандың һөжүм юлын тотҡарлай. Дошмандың 18 танкыһы ипт. Новоженовтың батареяһына табан килә, алыштың тәүге минуттарында уҡ батарея тарафынан 2 танк яндырыла.

Был тигеҙ булмаған алышта ипт. Новожёновтың батареяһы дошман һөжүмен 6 сәғәт дауамында тотҡарлап тора һәм гитлерсыларҙың ротаға яҡын һалдатын юҡ итә, ә батарея ҡалған яугирҙары үлгәндән һуң да, ҡанһырған ипт. Новожёнов атыуын дауам итә, батырҙарса һәләк була.

Ипт. Новожёновтың һәм уның командалығында батареяның күрһәткән сыҙамлығы, батырлығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында был рубежда дошман туҡтатыла һәм кире ҡағыла».

«20 августа 1944 г. в районе Викснас Литовской ССР орудия батареи стояли для стрельбы прямой наводкой по наступающим крупным силам танков, самоходных орудий и пехоты противника. Тов. Новожёнов открыл по наступающему врагу сокрушительный огонь орудий батареи, преграждая противнику путь наступления. 18 танков противника двигались на батарею тов. Новожёнова, на первых минутах боя 2 танка батареей были подбиты.

В этом неравном бою батарея тов. Новожёнова сдерживала атаку врага в течение 6 часов и уничтожила до роты гитлеровцев, а когда остатки бойцов батареи были убиты, сам тов. Новожёнов, истекая кровью, продолжал отстреливаться, погиб смертью храбрых.

Благодаря стойкости, мужеству и геройству, которые проявил тов. Новожёнов, а под его командованием и батарея, враг на этом рубеже был остановлен и отброшен…».

Советтар Союзы Геройы исеме И. И. Новоженовҡа үлгәндән һуң 1945 йылдың 24 мартында бирелә[2].

Иван Новожёнов 1944 йылдың 20 авгусында Литва ССР-ы Викснас ҡасабаһы янында һәләк була[3][4][5].

Хәтер

  • Герой исемен Өфөлә һәм Иваново өлкәһенең Тейково ҡалаһында урамдар йөрөтә (Хәрби ҡаласыҡ Ҡыҙыл Ҡарағайҙар).
  • 1997 йылда Тейково ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә мәктәп үҙидараһы лидерҙары инициативаһы менән «Новоженовец» хәрби-патриотик клубы ойошторола. Уның эшмәкәрлеге уҡыусыларҙың шәхесенең патриотик аңын, Ватанға хеҙмәт итеү идеалдарын формалаштырыуға, бөйөк Рәсәйҙең үткәне һәм бөгөнгөһөнә бурыс, намыҫ, бәйләнеш тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
  • 1999 йылдың 20 авгусында үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү буйынса ҙур эше өсөн мәктәпкә «Советтар Союзы Геройы Иван Иванович Новоженов исемендәге 10-сы мәктәп» тигән маҡтаулы исем бирелә.
  • СССР Оборона министрлығының 27.02.1991 йылғы 92-се һанлы бойороғо менән Советтар Союзы Геройы гвардия капитаны Новожёнов Иван Иванович 12416 хәрби часть исемлегенә (Тейково ҡалаһы) мәңгелеккә индерелә. 12416 часть казармаһында Геройҙың иҫтәлекле карауаты тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Новожёнов Иван Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. ↑ 1 2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 626/34, л. 41/250, 251)
  3. ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында. Букайши ҡасабаһында (Хәҙер — Латвияның Тервет крайында) ерләнгән, мәктәп янында уға һәйкәл ҡуйылған.
  4. ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  5. ↑ Новожёнов Иван Иванович. «Герои страны» сайты.
  6. ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4130, л. 27, 28)
  7. ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2454, л. 1, 8, 9)

Сығанаҡтар

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т.: Л-О. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.