Алтынбаев Ғәли Мансур улы

Алтынбаев Ғәли Мансур улы (рус. Алтынбаев, Гали Мансурович; 1957 йылдың 16 майы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт музыканты, аккомпаниатор-концертмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Биографияһы

Ғәли Мансур улы Алтынбаев 1956 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында тыуған.

Дүрт йыл Салауат музыка мәктәбендә баян класында уҡый. 1976 йылда Салауат музыка училищеһын тамамлай (Н. А. Гредин класы).

1976—1978 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы музыка мәктәбендә уҡытыусы һәм мәҙәниәт йортонда халыҡ бейеүҙәре ансамбленең аккомпаниатор-концертмейстеры булып эшләй.

1982—1984 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Германияла үтә, хәрби тынлы оркестрҙа тромбонда уйнай.

1989 йылдан алып Өфө ҡалаһында Башҡорт филармонияһында эшләй. Ғәли Алтынбаев төрлө инструменттар: баян, фортепиано, электрон баҫмалы музыка ҡоралдары менән иркен эш итә. Ул музыканың төрлө йүнәлештәрен яҡшы аңлай һәм был һәләте уны алмаштырғыһыҙ сәхнә партнеры итә.

Ғәли Мансур улының аккомпаниаторлыҡ оҫталығы ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле импровизация менән айырылып тора[1].

Ул вокал оҫталары Я. А. Әбделмәнов, Иҙрис Ғәзиев, Х. А. Ижбулдин, Нәзифә Ҡадырова, Флүрә Килдейәрова, Ф. З. Сәлихов, Вәхит Хызыров һәм башҡалар менән сығыш яһай.

Рәсәй, Австрия, Германия, Италия, Корея, Филиппин, Төркиә буйлап гастролдә йөрөй.

2025 йылдың сентябрендә ирекмәндәр менән бергә МХО биләмәһенә гуманитар йөк алып бара һәм яугирҙар алдында сығыш яһайи[2].

Ғаиләһе

Ике ҡыҙы бар — Эльвира (1987) менән Ләйсән (1983; Анисимова). Ҡатыны — Н. Ҡадырова[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)