Балапанов Малик Хәмит улы
Малик Хәмит улы Балапанов (рус. Балапанов Малик Хамитович; 1958 йылдың 19 ноябре, Өфө) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).
Биографияһы
Малик Хәмит улы Балапанов 1958 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһында тыуған[1]. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, «Кабель» конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1988 йылдан алып БДУ-ла: башта — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2006—2008 йылдарҙа — физика факультеты деканы урынбаҫары, 2010 йылдан башлап Физик-техник институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире. Уның уҡыусылары юғары уҡыу йорттарында, академик ғилми-тикшеренеү институттарында, завод лабораторияларында һәм конструкторлыҡ бюроларҙа, колледждарҙа, идар итеү һәм мәғариф өлкәләрендә эшләй[2].
2013 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор фазифаһына тәғәйенләнә[3].
Фәнни эшмәкәрлеге ионлы ғәҙәттән тыш үткәргестәр физикаһы менән бәйле. Балапанов ҡаты иретмәләрҙең суперионлы фазаларын тикшерә һәм ионлы үткәреүсәнлек дәүмәле менән куб фазалы рәшәткәнең йылылыҡтан һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты араһында бәйләнеш таба[1].
110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми эше: Влияние размеров зёрен на диффузионные процессы в суперионных фазах Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75S //Электрохимия. 2007. Т.43. № 5; Ionic conductivity and chemical diffusion in superionic LixCu2—xS (0<x<0.25) //Physica status solidi (b). 2004. Vol.241. № 1 (авторҙаш)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Балапанов Малик Хәмит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Кафедра общей физики 2019 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ [В Башгосуниверситете новый проректор по учебной работе В Башгосуниверситете новый проректор по учебной работе] (21 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2025.
Һылтанмалар
Балапанов Малик Хәмит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.