Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы

Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев (рус. Гумер Хазинурович Минниба́ев; 1923 йылдың 22 октябре, Урҙайбаш, Башҡорт АССР-ы1999 йылдың 19 ноябре, Геленджик[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Майор. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы 1923 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Урҙайбаш ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт.

Өфө ҡалаһы аэроклубында шөғөлләнә. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылда Молотов осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай.

1943 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында осоусы-штурмовик, эскадрилья командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

3-сө Прибалтика фронтында 14‑се һауа армияның 7-се штурмлаусы авиация корпусы 289‑сы штурмлаусы авиация дивизияһы 947-се Севастополь штурмлаусы авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары өлкән сержант Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев ... Күрһәткән батырлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указына ярашлы, «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[1].

1946 йылдан капитан Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев — запаста була. Ҡаҙаҡ ССР-ы партия ойошмаларында эшләй. 1959 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлай.

1959 йылдан — «Туймазынефть» предприятиеһы хеҙмәткәре. 1965 йылда Алма-Ата халыҡ хужалығы институтын тамамлай.

Һуңыраҡ Краснодар крайының Геленджик ҡалаһында йәшәй. Бында 1999 йылдың 19 ноябрендә вафат була.

Бүләктәре

Библиографияһы

  • Миннибаев Г. Х. Мои боевые друзья: Воспоминания // Прибой. — 1976. — 6—8 мая.
  • Миннибаев Г., Кравцов И. Вспоминают Герои Советского Союза // Прибой. — 1990. — 8 мая.

Хәтер

undefined
  • Геленджик ҡалаһының 9-сы һанлы урта мәктәбенә Ғүмәр Миңлебаевтың исеме бирелгән.
  • Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль алтаҡтаһында Ғүмәр Миңлебаевтың исеме индерелгән.
  • Бүздәк районы Урҙайбаш урта мәктәбенең пионер дружинаһына уның исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Миннибаев Г. Х. Некролог // Прибой. — 1999. — 25 ноября. — С. 8.
  • Обойщиков К. «А помнишь, товарищ?» (О Герое Советского Союза Г. Х. Миннибаеве) //Кубани славные сыны: Очерки о Героях Советского Союза — кубанцах. Кн. 4 — Краснодар, 1995. — С. 188—190.