Дүшәмбикә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Душанбеково
башҡ. Дүшәмбикә
55°26′28″ с. ш. 58°30′04″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡыйғы районы
Ауыл биләмәһе Дүшәмбикә ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 622[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452509
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 236 825 001
ОКТМО коды 80 636 425 101
ГКГН номеры 0520777

Дүшәмбикә (Рәсәй)
Душанбеково
Дүшәмбикә (Башҡортостан Республикаһы)
Душанбеково

Дүшәмбикә (рус. Душанбеково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Дүшәмбикә ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 622 кеше[2]. Почта индексы — 452509, ОКАТО коды — 80236825001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дүшәмбикә ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Дүшәмбикә йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 11 километрҙа һәм Һилейә) (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 52 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дүшәмбикә ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш (припущенник) мишәрҙәр 1752 йылда нигеҙ һалған. Керҙәшлек килешеүендә ауылды, унда тәүге төпләнеүсе Хәлил Әлкәнәев исеме менән, Хәлил тип атағандар. Хәлил Әлкәнәев Боғҙан ауылынан (Богданово, хәҙерге Балтач районы биләмәһендә) сыҡҡан.

Керҙәшлек килешеүе:

«1752 йылдың 5 ноябрендә Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы старшинаһы Ғабдулла Теләпбирҙин, сотник Әйтеш Таңатаров, һайланған (выборной) Мөхәмәт Көсәләков, Мостай Теләпбирҙин, Ғайса Васҡын, Йәнгилде Иткинин, Яуын Сыуашев, Муса Сәйетов, Ишем Ишкинин, Ғәли Усманов, Йыуай Сискәнбаев, Мөҡмин Сәфәров, Сағыр Ҡайдауов, Йылҡыбай Мостаев, Ҡалмаҡ Аҡбашев, Һутлы Яманғужин, Ибраһим Иткинин, Мортаза Ибраһимов, Йылҡыбай Көгөшов, Хөсәйен Мөҡминов, Байсура Илекәев, Сейәнғол Ғосманов, Әбүшахман Ғайсин, Мәғәш Абдраҡаев, Әйүп Ғабдуллин, Иҫәнғол Солтангилдин, Билал Ҡайҡаев, Иманғол Үтәғолов, Мөхәмәт Ҡосаҡов, уның улы Аблай, Әлшәй Мөҡминов, Мәмшан Ишбулатов, Ғәбдрәшит Ғайсин, Ҡәҙербай Әлкәев, Нияз Аҡбашев, Тәүбай Торбин, Ниғәш Ғурпин, Мәсәғүт Теләүлин, Зәйсан Солтангилдин, Рәш Ағышев, Абзай Баймөхәмәтов, Һары Аҡбашев, беҙ бөтәбеҙ ҙә… старшиналар, сотниктар, һайланғандар (выборной) һәм күрһәтелгән аҫаба башҡорттар, тамғаларыбыҙҙы ҡуйып, Өфө өйәҙе Себер даруғаһы стар­шина Солтанморат Янышев командаһында тороусылар, Боғҙан ауылы (хәҙер — Балтач районы) хеҙмәтле (служилый) мишәр Хәлил Әлкәнәевкә беҙ, башҡорттар борондан эйә булған ерҙәребеҙҙе, Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Дүшәмбикә һәм көнсығыш яҡтан Талай шишмәһе һәм ҡоро үҙәне, имәнлеге менән, Ҡәҙер ауылы йәйләүенә, бейек түбәләге Йомарт шар эсендәге Баланлыҡыуаҡҡа тиклем; Әнйәк йылғаһы менән Һарығул сағылына, Һарт улусы межаһына (сик) тиклем; Тәнтәк айыу һуғанлығы (черемша) ҡалҡыулығынан Мырҙалар межаһына тиклем; Убыр (Уверь) йылғаһы тамағынан Кәрәкле урманы менән Дыуан улусы Ҡара урманға тиклем, 10 йорттағы иптәштәре менән мишәр Әлкәнәевкә, яҙылған сиктәрҙә, 100 йылға, файҙалы тотонорға: ер һөрөргә, бесән сабырға, балыҡ һәм йәнлек тоторға, ҡомалаҡ йыйырға, ихтыяжына ярашлы, урман киҫергә, оҡшаған урында тирмән ҡороуҙы рөхсәт итеп, Әлкәнәевкә һәм уның керҙәштәренә беҙгә, башҡорттарға, балаларыбыҙға һәм беҙҙең вариҫтарыбыҙға тыйыуҙар ҡулланмаҫҡа, шулай уҡ Әлкәнәевкә һәм иптәштәренә беҙгә, башҡорттарға солоҡтарҙы ҡарарға ҡамасауламаҫҡа, яңы биләмәләр бүлеүҙә ҡатнашмаҫҡа, ҡондоҙ һәм бөркөттәрҙе тотмаҫҡа. Һәм һәр йорттан 20 тин һалым түләтергә килешелде… килешеү ҡағыҙы тултырғанда, Әлкәнәев 200 һум түләргә тейеш булғанлыҡтан, ул 100 һум аҡса түләне. Тағы 100 һумын керҙәшлек килешеүен үтәү барышында (бер кемгә лә ерҙе һатмау, закладҡа һалмау, һалымға (оброк) бирмәү шарты менән; әгәр ер биләмәһе 10 йорт хужаларынан арта ҡалһа, башҡаларҙы ла индереү рөхсәте менән файҙаланыу һ. б.). Купчая яҙмаһына (килешеү) ярашлы, яңы кергән кешеләрҙән беҙгә, башҡорттарға, беҙҙең балаларыбыҙға, вприҫтарыбыҙға, бөлгөнлөк килергә тейеш түгел, әгәр беҙ уларға зыян килтерһәк, улар беҙҙән, башҡорттарҙан, кире ҡайтарыуҙы талап итә ала. Шуны раҫлап юғарыла исемдәре аталған аҫаба башҡорттар имза һалабыҙ. Ғәрәп графикаһы менән ҡул ҡуйғандар һәм, яҙа белмәгән 53 кеше тырнаҡлы тамғаһын ҡуйған; шул иҫәптән Яуын Сыуашев — Ҡыйғы районы Яуын ауылына нигеҙ һалыусы, Сағыр Ҡайдауов — Сағыр ауылында тәүге төпләнеүсе, Аблай Мөхәмәтов, Әлшәй Мөхәмәтов, Ҡәҙербай Илкәев, Байсура Илкәев, Мөхәмәт Ҡосаҡов — Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылына нигеҙ һалыусы, Абзай Баймөхәмәтов, старшина Ғабдулла Теләпбирҙин ҡул ҡуйған һәм улус мисәте баҫылған»[4].

.

1795 йылда Дүшәмбикә ауылындағы 4 йортта 29 кеше йәшәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар һаны ла яҡынса шул сама булған, тимәк, барлығы — 60 кеше.

17981865 йылдарҙа Дүшәмбикә 3-сө мишәр кантонының 16-сы йортона ҡараған.

1816 йылда Дүшәмбикә (Хәлил) ауылында — 56 ир-ат, 1834 йылда — 80 ир-ат (90 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән.

1842 йылда 170 мишәргә өсөн 88 сирек ужым һәм 176 сирек яҙғы иген сәселгән. Картуф әлегә бында билдәһеҙ булған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1859 йылда Дүшәмбикә ауылында 124 йортта 184 ир-ат булған. 1865 йылда 61 йортта 429 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, балта эше, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

1895 йылда Дүшәмбикә ауылындағы 3 йортта башҡорттар йәшәгән.

Ауыл халҡының 1897 йылғы хужалыҡ тормошо тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр бар. «Бүленгән ерҙәрҙе улар 1892 йылғы махсус ыҙанлау планы буйынса Сағыр ауылы башҡорттарынан алған, ул ике участканан торған: береһе ауыл эргәһендә, ә икенсеһе — унан 4 саҡрым алыҫлыҡта». «Таулы, тигеҙ ерҙә һөрөлгән, күптән һөрөлгән, тупраҡ — 4-тән 6-ға тиклем ҡарыш тәрәнлектәге уртаса тығыҙлыҡтағы ҡомло балсыҡ. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы. Арыш, һоло, борай, бойҙай, арпа сәсәләр. Ауылда 6 һуҡҡыс һәм 9 елгәргес бар». Мал иҫәбе тураһында беҙҙә мәғлүмәттәр юҡ. Хужалыҡ малсылығы булған[6].

Килешеү материалдарынан күренеүенсә, мишәрҙәр ерҙе һатып алмаған («купчая» төҙөмәгән), уларға ер ҡуртымға бирелгән. Һәм был «Башҡортостан тарихы буйынса аҙ өйрәнелгән сығанаҡтар» йыйынтығындағы (325 б.) яҙмаға ҡаршы килә: «1752 йылғы килешеү буйынса Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан мәңге файҙаланыу маҡсатында һатып алынған ергә эйә». Тауар тәғәйенләнешендә булмаған ер һатып алғанда һәр йорттан 20-25 тин ҡуртым хаҡын бер кем дә түләмәгән. Көтөүлек уйһыу тигеҙлек һәм таулы урын буйлап урынлашҡан. Бесәнлек биләмәләре Ҡыйғы йылғаһы һуғарған тигеҙ урындарҙа урынлашҡан. Әммә үҙ бесәне етерлек булмаған, сабынлыҡтарҙы ҡуртымға алғандар. Ағас 1890 йылда ҡулаҡса менән иҫәпләнгән, шул рәүешле һәр кем үҙенең участкаһы менән файҙаланған. Өйҙәрҙе һалам, тиҙәк, утын менән йылытҡандар[4][7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылда мәсет, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда 261 йортта 483 ир-ат һәм 773 ҡатын-ҡыҙ (бөтәһе 1061 кеше) йәшәгән[4].

Әлеге ваҡытта Дүшәмбикәлә урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дүшәмбикә ауылында татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1061
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 935
1959 йыл 15 ғинуар 818
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 573
2002 йыл 9 октябрь 644
2010 йыл 14 октябрь 622 304 318 48,9 51,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица))
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица))
  • 1-се Таулы урамы (рус.  1-я Нагорная (улица))
  • 2-се Таулы урамы (рус.  2-я Нагорная (улица))
  • Коммунистик урамы (рус.  Коммунистическая (улица))
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица))[8]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Әй

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]