Сирбай

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сюрбаево
башҡ. Сирбай
55°25′29″ с. ш. 59°04′42″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡыйғы районы
Ауыл биләмәһе Арыҫлан ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 217[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452507
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 236 810 006
ОКТМО коды 80 636 410 126

Сирбай (Рәсәй)
Сюрбаево
Сирбай (Башҡортостан Республикаһы)
Сюрбаево

Сирбай (рус. Сюрбаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы составындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 217 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810006.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сирбай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Алайылға буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көнсығышҡа 32 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көсығышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта уынлашҡан[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың атамаһы Сирбай антропонимынан килеп сыҡҡан. Сирбай исеме иһә Сиреү+бай һүҙҙәренән яһалып, халыҡ теленә ҡыҫҡа вариантта инеп киткән. Сиреү — ғәскәр тигән һүҙ[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сирбай (урыҫ йәниҫәбе материалдарында Самарово, Сатаево тип тә теркәлгән) ауылына XVIII быуатының 2-се яртыһында, тәүге төпләнеүсе кешенең исеме менән Һамар атамаһын биреп, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Уның улдары: Шәмәкәй һәм Тажетдин Һамаровтар тураһында мәғлүмәт бар.

Артабан ауылды хәҙерге исеме, был ауылға килеп ултырған Сирбай Ҡарабашев исеме менән йөрөтә башлағандар. Сирбай Бикмәт улы Ҡарабашев 1798 йылдан 1825 йылға тиклем Мөхәмәт ауылында йәшәгән булған. Уның улдары: Мөхәмәтзариф, Дәүләтбай, Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтшакир[3].

5 йылдан Сирбай ауылында 39 йортта 212 кеше йәшәгән [5]. Был ауылды тағы ла Кумый-Самар, Самаварово тип тә атағандар.

1841 йылда был ауылда Әйле улусы Аҙнабай ауылы халҡы төпләнә[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1854 йылда Сирбай ауылындағы 9 йортта 93 ир-ат һәм 94 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1865 йылда 41 йортта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған.

Сирбай халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөләнгән.

1894 йылда сирбайҙар ер биләмәләрен йән башына (139 ир-ат) бүлеүгә күскән.

Ер ҡара тупраҡлы, 30 йыл дауамыында һөрөлгән. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше системаһы ҡулланыла. Өс ат егеп һөрө торған һабандар ҡулланылған. Һатҡы заводынан һатып алынған өс атлы һуҡҡыс һәм елгәргескә эйә булғандар.

1895 йылда 52 йорт була. Шуларҙан 11 хужалыҡтың малы булмай. 30 кеше Ҡуҫа заводына урман йығып утын әҙерләргә ялланған. Ҡуҫа ҡалаһында ҙур сауҙа рәттәре лә ойошторолған. Ауылда 2 кибет булған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылда Сирбайҙа 1895 йылда төҙөлгән мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда Сирбай ауылындағы 67 йортта 391 кеше йәшәгән[6].

Әлеге ваҡытта Сирбай ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сирбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 391
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 351
1959 йыл 15 ғинуар 266
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 204
2002 йыл 9 октябрь 200
2010 йыл 14 октябрь 217 99 118 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы (1931, Ҡыйғы районы, Сирбай ауылы — ) — техник фәндәр кандидаты, доцент. 1949 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институтын (1949-1950), 1954 йылда Иркутск хәрби училищеһын тамамлай. 1968-1996 йылдарҙа Өфө авиация институтында преподаватель[7].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 8 Март урамы (рус.  8 Марта (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Өлкәров урамы (рус.  Улькарова (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Әй, Алайылға.

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Көртмәлелек: Сирбай ауылы янында ҡара еләк йәғни көртмәлелек — тәбиғәт һәйкәле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 93-сө бит
  5. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 3839. Л. 2; Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,698. Ф. 172. Оп. 1. Д. 80; Ф. 138. Оп. 2. Д. 485. Вестник Уфимского земства. С. 138. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 468; Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 51.
  6. 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. http://kigi-kultura.ru/?p=4959 Зулькарнаев Юмпир Давлетшинович. Отдел культуры Кигинского района РБ
  8. Карта д. Сюрбаево. Улицы