Күҫтәр
Күҫтәр тауы — Башҡортостандың Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы территорияһында урынлашҡан тау.
Тарихы
Тау атамаһы тарихи ваҡиғаларға бәйле. 1675 йылда батша хөкүмәте башҡорттарға тимерлек тотоуҙы, ҡорал һәм дары эшләүҙе тыйһа ла, башҡорттар тимер эше менән булышыуын ташламай, әммә был шөғөлөн кеше күҙенән йәшерә. Бөгөн Күҫтәр тип аталған тауҙа ла йәшерен тимерлек була, тимерсене Кустар-хәҙрәт тип йөрөтәләр.
Этимологияһы
Тау атамаһы «кустарь» һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәй.
Әһәмиәте
Фольклор материалдарынан мәғлүм булыуынса, тауҙың Лағыр ҡаршыһындағы ососнда әүлиә ерләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.