Әй фонтаны
Әй фонтаны, Йыланлы фонтаны, Лаҡлы фонтаны (рус. Айский фонтан, Еланлинский фонтан, Лаклинский фонтан) — Башҡортостандың Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан 2 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярында атылып сыҡҡан таҙа шишмә һыуының артезиан сығанағы. Популяр тәбиғи-техник туристик объект булып тора. Тәбиғи фонтан Салауат районындағы Лаҡлы ауылынан да 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан булыуы сәбәпле ошо ауылдар исеме менән дә атайҙар.
Тарихы
Тәбиғи фонтан Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында йәшәгән ауыл мәктәбе директоры булып эшләгән, география уҡытыусыһы Владимир Иванович Поляковтың отҡорлоғо арҡаһында барлыҡҡа килгән.
1981 йылда Һатҡы руда идаралығы был төбәктә боксит ятҡылыҡтарын эҙләп быраулау эштәрен үткәрә. Скважинаны 81 метр тәрәнлеккә тиклем быраулап төшкәс, артезиан һыуы йырҙаһына эләгә. Скважинанан фонтан атылып сыға, әммә уның бейеклеге 50 сантиметр самаһы була.
2001 йылда Ҡыйғы районы инвалидтарының туристик слёты ваҡытында Владимир Иванович торбаға бөкө тығырға тәҡдим итә. Ер аҫты һыуҙарының баҫымы һөҙөмтәһендә фонтан бейеклеге 8-10 метрға тиклем күтәрелә.
2011 йылда Владимир Поляков ҡағып ҡуйған имән бөкөнө алмаштыралар. Бөгөнгө көндә һыуҙың бейеклеге 5,5 метрға тиклем етә. Фонтан ҡышын туңып төрлө биҙәктәр барлыҡҡа килтерә.
Гидрологик характеристикалары
- Үтә күренмәле артезиан һыуы күп йыллыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре үтә: зарарлы ҡушылмалар табылмаған;
- һыуҙың сығыу температураһы йыл әйләнеһенә үҙгәрешһеҙ һәм +7 °C тирәһендә тора.
- фонтан пульсациялай: барометрик баҫымға һәм тирбәлеүҙәргә бәйле 1 м тиклем төшә йәки 5,5 метрға тиклем күтәрелә.
- Миҙгел үҙенсәлектәре
Йәйгеһен фонтан туристарҙы, автотуристарҙы һәм урындағы халыҡты йәлеп итә: бында поход мунсалары ойошторола, шишмә һыуын үҙҙәре менән алып китәләр.
Ҡыш көнө фонтан тулыһынса туңмай: ағым зәңгәрһыу аҡ төҫтәге сәйер «боҙ үҫемлектәре», уникаль скульптуралы «таштар» барлыҡҡа килтерә. Боҙ скульптуралар үҙгәреп тора.
Фонтан бигерәк тә ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа иҫ киткес матур һыҙатлы боҙ селтәрҙәре, төрлө һындар барлыҡҡа килтереүе менән иғтибарҙы тарта.[1]
Туризм
Фонтан янына йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө ысулдар менән барырға мөмкин: йәйгеһен Әй йылғаһы буйлап (Һәр хәлдә Һикеяҙтамаҡтан Лаҡлыға тиклем) һалда йөҙөргә мөмкин; Йыланлы ауылында машиналар ҡалдырып, урман аша йәйәүләп үтергә мөмкин. Әгәр машина бөтә ерҙә йөрөүсе (рус.)баш. икән, фонтанға тиклем машинала барырға мөмкин. Шулай уҡ урындағы халыҡ менән уртаса хаҡҡа һөйләшеп урман юлы машинала алып килеү мөмкинлеге бар. Лаҡлы ауылы кешеләре егелгән ат менән дә алып килә.
Ҡышын ер туңғандан һуң Лаҡлынан бөтә ерҙә йөрөүсе автомобилдәрҙә йылға буйлап фонтанға тиклем еңел генә үтергә мөмкин. Әммә бер аҙ йылынғас, һыу боҙ өҫтөнән сыға һәм машинала теү мөмкин булмай.[2]
Тәбиғи фонтан йылдан-йыл туристарҙың күберәк иғтибарын йәлеп итә, ә сығанаҡ тирәһендәге сүп-сар ҙа көсөргәнешле арта. Вандалдар торбалағы бөкөнө сығарып алып йә торбаға таш тултырып туҡтатҡан осраҡтар ҙа күҙәтелә. Урындағы битараф булмаған ирекмәндәр фонтан янында таҙартыу эштәрен башҡара, әммә был урын юғарыраҡ кимәлдә һаҡлауҙы талап итә, тип билдәләй урындағы халыҡ[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Председатель Общества краеведов Салаватского района Зиля Садыкова. Фонтан Полякова или Айский фонтан. Геопарк ЮНЕСКО Янган-Тау (8 ltrf,hz 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Айский фонтан. Terra Bashkiria. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.
- ↑ Фонтан Полякова или Айский фонтан. Геопарк ЮЕКСКА Янган-Тау. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2025.