Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы
Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы Сафина (рус. Миндигаян Миндиахметовна Сафина; 1951 йылдың 2 июле, Абзай ауылы, Башҡорт АССР-ы)) — совет, Рәсәй ҡурсаҡ артисы. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы[1]. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)[2].
Биографияһы
1951 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған.
1974 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы К. Ф. Ғәҙелшин) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башлай. «Травести артисы» амплуаһына эйә[2]. Театрҙа эшләү дәүерендә 60-тан ашыу лирик һәм киҫкен характерлы роль уйнай[3].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Салауат — «Бөркөт балаһы ҡанат йәйә», А. С. Фаткуллин;
- принц Жак — «Итекле бесәй», М. Алтухов, Ш. Перроның шул уҡ исемле әкиәте буйынса;
- Нуретдин — «Нуретдин — алтын ҡулдар», Г. Абакаров;
- Илсур, Мансур — «Әлдермештән Әлмәндәр», Т. Г. Миннуллин;
- Шәйхәттәр — «Хыял күпере», М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса;
- батша ҡыҙы Будур — «Аладдиндың серле лампаһы», Н. В. Гернет[2];
- Әсә — «Тере һыу»;
- Жак — «Итекле бесәй»;
- Фатима — «Ғәли-баба һәм ҡырҡ юлбаҫар»;
- Йәнбикә, Ҡойон — «Сәсән йыры»;
- Ел — «Тылсымлы тырыз»;
- Абрисо-Кадабрисо — «Светофор һәм мин»;
- Гном — «Бәләкәй гном»;
- Ҡуңыҙ әсәй — «Дюймовочка»;
- Хикәйәсе — «Әминбәк»;
- Генерал — «Урман йәрминкәһе»;
- Ҡырағай — «Йолҡош өйрәк бәпкәһе»[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1987);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999);
- Монгол Республикаһы миҙалы (2009);
- Константин Станиславский миҙалы (2017) — «тетар сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн», Башҡортосатн Республикаһының Тетар эшмәкәрҙәре берлеге тарафынан булдырылған[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Волшебный туесок» актрисы Сафиной полон ролей! » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа". 22 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Ф. Ә. Әлибаева. Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Маленькая артистка с очень большой душой. vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
- ↑ 1 2 «Волшебный туесок» актрисы Сафиной полон ролей! vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
Һылтанмалар
- Ф. А. Алибаева. Сафина Миндигаян Миндиахметовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ф. Ә. Әлибаева. Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Персоналии // Миндигаян Сафина
- Миндигаян Сафина