Ведерников Николай Степанович

Николай Степанович Ведерников (рус. Ведернико, Николай Степанович; 1925 йылдың 18 июне, Үрге Тәтешле2011 йылдың 29 декабре, Чернушка[d], Пермь крайы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Үрге Тәтешле ауылында тыуған[2]. Артабан уның ғаиләһе Пермь өлкәһенең Чернушка районына күсеп китә.

943 йылдан Ҡыҙыл Армияла, айлыҡ командирҙар курсын тамамлағандан һуң, 1943 йылдың июленән — яу яландарында.

Пулемёт расчёты командиры өлкән сержант Н. С. Ведерников 1944 йылдың авгусында Висла йылғаһын аша сыҡҡанда һәм Доротин плацдармын (Польша) яулап алғанда һәм киңәйткәндә батырлыҡ күрһәтә. 207,8-се бейеклектә дошман атакаһы ваҡытында ул һөжүм итеүселәрҙе яҡын аралыҡҡа ебәрә һәм пулемёттан 150 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

Германияның Штригау ҡалаһы өсөн 1945 йылдың 14–18 февралендә барған алыштарҙа, пулемёт расчёты сафтан сыҡҡандан һуң, Н. С. Ведерников пулемёттан ут аса һәм дошман һөжүмен туҡтата. Штригау өсөн барған һуғыштарҙа ул 8 һөжүмде кире ҡағыуҙа ҡатнаша, 1 ротаға тиклем немец һалдатын юҡ итә һәм 2 ут нөктәһен сафтан сығара.

Бреслау (Вроцлав, Германия) ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа 1945 йылдың 10 мартында өлкән сержант Н.С.Ведерников штурм төркөмөнә ярҙам итеп, пулемётынан дошмандың 3 ут нөктәһен юҡ итә, һөҙөмтәлә штурмлаусы төркөм юғалтыуһыҙ кварталды яулап ала.

1944 йылдың йәйенән яугир снайпер һөнәрен үҙләштерә. Һуғыш аҙағына тиклем пулемёттан һәм снайпер винтовкаһынан 300 гитлерсыны юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 26 июнендәге Указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, өлкән сержант Н.С.Ведерниковҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8642) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Хәрби хеҙмәттән старшина званиеһында демобилизациялана. Пермь өлкәһендә комбайнсы, баҫыусылыҡ бригадаһында бригадир, ат заводында хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эшләй. Иген культураларынан мул уңыш алыуға индергән өлөшө өсөн 1976 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Пермь өлкәһенең Тауыш ауылында, һуңынан Пермь крайының Чернушка ҡалаһында йәшәй.

2011 йылдың 29 декабрендә Чернушкала вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Николай Степанович Ведерниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районының Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
  • Тыуған ауылы Үрге Тәтешлелә Герой исеме менән урам аталған;
  • Чернушка ҡалаһында 2010 йылдың 9 майында асылған Дан фллеяһына Чернушка районында йәшәгән 12 Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының 2 тулы кавалеры менән бер рәттән Н.С.Ведерниковға ла бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы
  2. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Ведерников Николай Степанович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 Ведерников Николай Степанович. Портал Министерства обороны Рссийской Федерации «Память народа» (30 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 182/8, л. 1, 403, 404)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Орлов В. Уральский характер //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.
  • Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 312—313. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
  • Козлова Н. А. История Чернушинского района: Материалы к урокам по историческому краеведению / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Пермь: Пермское кн. изд-во, 2006. — 152 с. — 1000 экз.