Зәйнетдинов Рәшит Сәй­фетдин улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зәйнетдинов Рәшит Сәй­фетдин улы
Тыуған көнө 18 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 18 декабрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны
Ил
Эшмәкәрлеге рәссам

Зәйнетдинов Рәшит Сәй­фетдин улы (18 июнь 1938 йыл — 18 декабрь 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Рәссам­дар союзы ағзаһы. Профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшит Сәй­фетдин улы Зәйнетдинов 1938 йылдың 18 июненда Башҡорт АССР-ының Красноусол районы (хәҙерге Ғафури районы), Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуған. 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рәшит Нурмөхәмәтов) тамамлаған.

Рәшит Зәйнетдинов 2015 йылдың 18 декарендә Өфөлә вафат була.

Иҗады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1972 йылдан башлап республика, төбәк, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә һәм декадаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Мал ҡараусы Вәғиз» (1988 йыл), «Һауынсы Мөнирә» (1988 йыл), «Шағир Ғәли Соҡорой» (1992 йыл), «Ә-З. Вәлиди, Ғ. Таған, А. Инан» (1996 йыл), «Яҙыусы Әнүр Вәхитов» (1997 йыл), «Трасса һалыусылар. 720-се саҡрым» (1978), «Атай иҫтәлегенә» триптихы (1985), Башҡорт дәүләт униврситеты филология факультетының интерьеры өсөн «Ер рухы» триптихы (1995), М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры интерьеры өсөн «Йондоҙлоҡ» төркөм портреты (2002) һ.б.

Әҫәрҙәре Өфөлә Нестеров музейында, Йәлил Кейекбаев, Шәһит Хоҙайбирҙин, Әнүр Вәхитов музейҙарында һаҡлана.

1994—1995 йылдарҙа ижад ителгән «Риүәйәт», «Ер рухы», «Ҡымыҙ» картиналар серияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 1998 йылда В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтының Ғилми советы ҡарары менән уға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1995)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Артыш» иҗад берлеге 2014 йылдың 9 март көнөндә архивланған.